Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӨРӨЛӨҮ ТИГЕҘЛӘМӘҺЕ

Просмотров: 943

ТӨРӨЛӨҮ ТИГЕҘЛӘМӘҺЕ. Т.т. айырым осраҡтары булып дифференциаль тигеҙләмәләр, коэф. даими булған дифференциаль‑айырмалы тигеҙләмәләр, интеграль тигеҙләмәләр һ.б. тора. Т.т. теорияһы тиң Т.т. сиселешенең экспоненталар м‑н аппроксимациялау мөмкинлеген тикшерә, тиң тигеҙләмәнең сиселештәре арауығындағы квазиполиномдарҙың базислығын, төрөлөү операторының сағылышын һүрәтләүҙе өйрәнә. Томографияла (һүрәтте формалаштырыу), вейвлет‑анализда (сигналдарҙы эшкәртеү) һ.б. ҡулланыла. Башҡортостанда 20 б. 70‑се йй. башлап Т.т. теорияһы б‑са тикшеренеүҙәр Математика институтында, Башҡорт дәүләт университетында алып барыла. Күп үлсәмле арауыҡтарҙағы Т.т. өсөн мәсьәләләрҙе сисеү ысулы табыла; Т.т. сискәндә интерполяция ысулдары (икеһе лә — В.В.Напалков), махсус үҙгәртеүҙәр, ҡабарынҡы конустар ҡулланыла (И.Ф.Красичков-Терновский, А.С.Кривошеев, Напалков һ.б.); ауырлыҡ арауыҡтарындағы тиң Т.т. өйрәнелә (Р.С.Юлмөхәмәтов). Шулай уҡ ҡара: Гармоник анализ.

Әҙәб.: Н а п а л к о в В.В. Уравнения свёртки в многомерных пространствах. М., 1982.

В.В.Напалков

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: