Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОҠОРОЙ Ғ. МУЗЕЙЫ

Просмотров: 1066

СОҠОРОЙ Ғ. МУЗЕЙЫ, Тәтешле музейы филиалы. Тәтешле р‑ны Иҫке Соҡор а. урынлашҡан. 2001 й. Милли музей филиалы булараҡ асыла, 2002—06 йй. Милли әҙәби музей филиалы, 2009 й. хәҙ. статусын ала. Музей фондында 380‑дән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. Ғ.Соҡорой төҙөгән “Ирәкте ырыуы шәжәрәһе” нең һәм уның бер нисә китабының күсермәһе; шағирҙың портреты (рәссам А.Ҡунаҡбаев) һәм бюсы (скульптор И.К.Шәйхиев); Кейековтар нәҫеленең шәхси китабы булған Ҡөрьән; нумизматик коллекция бар. Экспозиция шағир‑суфыйҙың тормошона һәм ижадына, уның тыуған ауылы тарихына арналған бүлектәрҙән, ш. уҡ урындағы халыҡтың традицион көнкүреш әйберҙәре күрһәтелгән этнография бүлегенән тора. Музей күмәк кеше ҡатнашлығындағы байрамдар (“Шәжәрә байрамы” һ.б.) һәм кисәләр үткәрә, тематик (ш. иҫ. күсмә) күргәҙмәләр, Иҫке Соҡор һәм Иҫке Күрҙем аа. иҫтәлекле урындары буйлап экскурсиялар ойоштора.

З.Ә.Арманшина

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: