Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҪКЕ СОҠОР, Тәтешле р‑нындағы ауыл

Просмотров: 871

ИҪКЕ СОҠОР, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Бүл-Ҡайпан а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 17 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 19 км алыҫлыҡта Бөдөм й. (Беүә й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 484 кеше; 1920 — 588; 1939 — 342; 1959 — 243; 1989 — 205; 2002 — 153; 2010 — 101 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Иҫке Ҡайпан урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, Соҡорой Ғ. музейы, мәсет бар.

Ауылға Уҫы даруғаһы Ирәкте улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1737 й. алып Соҡор исеме м‑н билдәле. Шулай уҡ Ирәкте, Ерем исемдәре м‑н билдәле булған. 18 б. аҙ. Яңы Соҡор а. барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1795 й. 20 йортта 169 кеше йәшәгән, 1865 й. 64 йортта — 348 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, 3 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, мәҙрәсә, мәктәп, һыу тирмәне, бакалея кибете теркәлгән. Ғ.М.Кейеков, Ғ.Соҡорой ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019