Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАРАСЕНКО Василий Фомич

Просмотров: 1228

ТАРАСЕНКО Василий Фомич [4.12. 1920, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Шаровка а. (БР‑ҙың Бәләбәй районы) — 15.8.1995, Рязань ҡ.], артиллерист, майор. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Владивосток танкыға ҡаршы истребитель артиллерия училищеһын тамамлаған (1943). Бәләбәй районының Анненково а. уҡытыусы булып эшләгән. 1940 й. алып Совет армияһында. 1943 й. июненән Үҙәк, Белоруссия, 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 5‑се удар армияның 3‑сө айырым танкыға ҡаршы истребитель артиллерия бригадаһы 282‑се гвардия танкыға ҡаршы истребитель артиллерия полкының батарея командиры гвардия капитаны Т. 1945 й. 16—25 апрелендә Врицин, Штраусберг, Берлин ҡҡ. (бөтәһе лә — Германия) янындағы алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1956) Рязань ҡ. йәшәй һәм эшләй. Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ, Александр Невский (бөтәһе лә — 1945), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944, 1985) ордендары менән бүләкләнгән. Бәләбәй ҡ. ул уҡыған педагоия колледжы бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.08.2022
Связанные темы рубрикатора: