ТОЛОКНОВ Борис Андреевич
ТОЛОКНОВ Борис Андреевич (8.6.1922, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе 1‑се Михайловка а. — 2.2.1945, Гросс-Нойендорф а., Германия), Советтар Союзы Геройы (1945). Капитан. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Төмән хәрби пехота училищеһын тамамлаған (1941). 1940 й. алып Ҡыҙыл армияла. 1941 й. сентябренән Көньяҡ‑Көнбайыш, Көньяҡ, 3‑сө, 4‑се һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт иткән. Герой исеменә 5‑се удар армияның 248‑се уҡсылар дивизияһы 899‑сы уҡсылар полкының пулемётсылар ротаһы командиры капитан Т. 1945 й. 1—2 февралендә Гросс-Нойендорф а. янында Одер й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ булған. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ, 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (икеһе лә — 1944) ордендары менән бүләкләнгән. Бәләбәй ҡ. Геройҙар аллеяһында Т. бюст ҡуйылған.
И.Ғ.Кәримова
Тәрж. М.Х.Хужин