Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТОМАРОВ Василий Александрович

Просмотров: 1204

ТОМАРОВ Василий Александрович [12.2.1921, Өфө губернаһының шул уҡ исемле өйәҙе Жилин а., хәҙер Өфө ҡ. составында, — 5.1.2004, Өфө ҡ.], лётчик, подполковник. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Диңгеҙ һәм ҡоро ер авиацияһының лётчиктар һәм лётчик‑күҙәтеүселәр хәрби мәктәбен (Ейск ҡ., 1942), Н.Е.Жуковский исемендәге Хәрби‑һауа инженерҙар академияһын (Мәскәү ҡ., 1955) тамамлаған. 1942 й. алып Совет армияһында. 1943 й. башлап Волхов һәм Ленинград фронттарында хеҙмәт иткән. Герой исеменә 13‑сө һауа армияһының 281‑се штурм авиацияһы дивизияһы 872‑се штурм авиацияһы полкының звено командиры лейтенант Т. 104 хәрби осошта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ булған. 1958 й. запасҡа сыға. 1960 й. алып ӨМЭПБ‑ла эшләй. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ, Александр Невский (икеһе лә — 1944), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары менән бүләкләнгән. Т. исеме Өфө ҡ. 147‑се урта мәктәпкә (Нуғай а.) һәм урамға (Зинин а.) бирелгән, ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Ғ.Һ.Булатов, И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 06.09.2023