Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҪКЕ ТИМКӘ, Балтас р‑нындағы ауыл

Просмотров: 785

ИҪКЕ ТИМКӘ, Балтас р‑нындағы ауыл, Боғҙан а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 21 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 91 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2157 кеше; 1920 — 1897; 1939 — 1163; 1959 — 871; 1989 — 547; 2002 — 522; 2010 — 505 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Себер даруғаһы Танып улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1713 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1702 й.) керҙәшлек килешеүе б‑са Уҫы даруғаһы Бишалап а. хеҙмәтле татарҙары Тимкә (тәүге төпләнеүсе Тимкә Байҡов, башҡа мәғлүмәттәр б‑са Тимкә Ялаев исеменән) исеме м‑н нигеҙ һала. 1865 й. 205 йортта 1269 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, балта эше м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, училище булған. 1906 й. 2 мәсет, 2 мәҙрәсә, 4 бакалея кибете теркәлгән; шөғөлдәр араһында ылаусылыҡ булған. 20 б. башында Яңы Тимкә бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. Ҡ.Б.Вәлиуллин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019