Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАТАРҘАР

Просмотров: 2446

ТАТАРҘАР (үҙ атамаһы татар), халыҡ, Татарстандың төп халҡы. Т. һаны 1989 й. РСФСР‑ҙа — 5522 мең, ТАССР‑ҙа — 1765,4 мең; 2002 й. РФ‑та — 5554 мең, ТР‑ҙа — 2 млн кеше. БАССР‑ҙа 1989 й. — 1120,7 мең; БР‑ҙа 2002 й. 990,7 мең кеше тәшкил итә. Башлыса Өфө (291 мең), Октябрьский (45,6 мең), Туймазы (29,3 мең) ҡалаларында, ш. уҡ Шишмә (27,6 мең), Саҡмағош (24,7 мең), Кушнаренко (22,2 мең), Борай (15,1 мең кеше) р‑ндарында тупланып йәшәйҙәр. Т. күпселеге урыҫ телендә, татар телендә, башҡорт телендә һөйләшә. Диндарҙарҙың күбеһе — мосолман-сөнниҙәр (ҡара: Ислам, Сөнниселек). Т. Волга-Урал, Себер, Әстерхан этнографик төркөмдәре айырыла. Волга-Урал Т. составында Ҡазан, Урал буйы, Ҡасим Т., мишәр этник төркөмдәре, ш. уҡ керәшен этноконфессиональ төркөмө бар. Ҡазан Т. ноҡрат, Пермь Т. һәм типтәрҙәргә бүленә. Башҡортостанға Т. (башлыса Ҡазан Т., мишәрҙәр, керәшендәр) 16 б. 2‑се ярт. Рәсәй дәүләте Ҡазан ханлығын яулап алғандан һуң күсеп килә башлай. Т. күбеһенсә Башҡортостандың көнбайыш, төньяҡ-көнбайыш, һуңыраҡ үҙәк райондарындағы башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрендә — керҙәштәр, ҡәлғәләрҙә һәм Кама аръяғы сик һыҙығындағы торамаларҙа хеҙмәтле кешеләр сифатында төпләнгән. 17—18 бб. Т. бер өлөшө бобылдәр, типтәрҙәр, нуғайбәктәр составына инеп, лашмансы, сумаҙанлы, сауҙа итеүсе ҡатлам төркөмдәре барлыҡҡа килгән. Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре б‑са, Өфө губернаһы м‑н Ырымбур губернаһында Т. һаны 1897 й. — 277,7 мең, БАССР‑ҙа 1926 й. 461,8 мең кеше тәшкил иткән. Т. хужалығы яңы урындарҙа традицион һыҙаттарын һаҡлаған. Игенселек төп тармаҡ булған, малсылыҡ, һөнәрселек һәм кәсепселек үҫешкән. Башлыса өс баҫыулы сәсеү әйләнешен ҡулланғандар. Төп ер эшкәртеү ҡоралдары — һабан, һуҡа, тырма, ураҡ, салғы. Арыш, бойҙай, һоло, арпа, ҡарабойҙай, етен, киндер үҫтергәндәр. Һарыҡ, һыйыр, йылҡы үрсеткәндәр, керәшендәр сусҡа ла аҫраған. Умартасылыҡ, һунар, балыҡсылыҡ м‑н шөғөлләнгәндәр, сауҙа иткәндәр. Һалабаш һалыу, септә һуғыу, сабата үреү, ағастан эшләнгән өй кәрәк‑ярағы, ювелир әйберҙәр яһау, тире эшкәртеү һ.б. м‑н шөғөлләнгәндәр. Йорт эштәренән туҡыусылыҡ, сигеү кеүек ҡул эштәре үҫеш алған. Т. традицион торамалары (ауыл) йылға буйында урынлашҡан һәм өйкөм ултырған (19 б. алып төҙөк урамдар һала башлағандар). Ғәҙәттә, Т. бәләкәй ҡәрҙәш ғаиләләр төркөмө (ос, ара, яҡ) булып йәшәгән. Торлаҡтар 2, 4 яҡлы ҡыйығы һәм соланы булған дүрт мөйөшлө (20 б. башлап — биш мөйөшлө) буралған өйҙәрҙән торған. Өйҙөң һәм хужалыҡ ҡаралтыларының нигеҙен һалыр өсөн тәбиғи таш (аҡ таш) ҡулланғандар йәки өйҙө ағас бағаналарға һалғандар. Өй эсе традицион рәүештә ирҙәр (түр яҡ) һәм ҡатындар (мөйөш) яғына бүленгән. Урындыҡ, мейес, һандыҡ интерьерҙың төп элементы булған. Өйҙө йыйыштырғанда төрлө ашъяулыҡтар, япмалар, шаршауҙар, таҫтамалдар һ.б. әйберҙәр киң ҡулланылған. Традицион ҡатын-ҡыҙ кейеме сигеүле түшелдерек (күкрәксә) м‑н бергә кейелгән күлдәктән, сигеүле алъяпҡыс, билле камзул, елән һәм ыштандан торған. Баштарына ҡалпаҡ, яулыҡ һәм япмалар (таҫтар) кейгәндәр. Традицион ирҙәр кейеме күлдәктән (күлмәк), ыштан, камзул, кәзәкей, бишмәт, елән йәки сәкмәндән торған. Түбәтәй (кәләпүш), буҫтау, кейеҙ һәм тиренән тегелгән бүрек кейгәндәр. Ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың йылы өҫ кейеме — тун, толоп, бишмәттән; аяҡ кейеме сабата, йүкәнән үрелгән башмаҡтан торған, ш. уҡ күн аяҡ кейеме (ҡата, ситек) йөрөткәндәр. Йәш ҡатын-ҡыҙ — аҫыл таштар һәм көмөш тәңкәләрҙән торған муйынса, сәс биҙәүестәре (сулпы, сәс тәңкәһе, теҙмә), кейәүҙәге һәм өлкән йәштәге ҡатын-ҡыҙ түш биҙәүестәре (иҙеү, тамаҡса), хәситә, көмөш ҡаптырма, йөҙөк, беләҙектәр таҡҡан. Т. традицион аш-һыуы игенселек һәм һыйырсылыҡ аҙыҡтарын ҡулланыуға нигеҙләнгән. Һыйыр, бейә, һирәгерәк кәзә һөтө эскәндәр, ҡаймаҡ, май (аҡ май, һары май, тоҙло май), аҡ һәм ҡыҙыл эремсек әҙерләгәндәр. Ҡаҙылыҡ, тултырылған тауыҡ, аш һ.б. бешергәндәр. Ғәҙәттә, үлән сәйе, ш. уҡ айран (ҡатыҡҡа һыу ҡушып эшләнә), бал, буҙа эскәндәр. Ҡамыр аштарынан икмәк, ҡоймаҡ, ярма, йәшелсә тултырып бешерелгән асыҡ бәлеш (ҡыҫтыбый, бәрәмәс), көлсә (ҡабартма, табикмәк) һ.б. ашағандар. Байрам аштарына — гөбәҙиә, ҙур итле бәлеш, ҡорот м‑н бал ҡушылған аҡ май (ҡоротло май), йола аштарына тары ҡоймағы, сәксәк һәм бауырһаҡ ингән. Т. ғаилә-никах мөнәсәбәттәрендә традицион һыҙаттар һаҡланған: 19 б. аҙ. тиклем күмәк ғаиләләр булған (3—4 быуын), 20 б. аҙ. бәләкәй ғаиләләр күбәйгән. Ғаилә эсендә патриархаль традициялар — атай абруйы, ата-әсәне һәм үҙеңдән өлкән туғандарҙы ололау — һаҡланған. Мөлкәтте вариҫлыҡҡа ҡалдырыуҙа миноратҡа таянғандар. Никахтар патрилокаль булған, ҡайһы берҙә левират, сорорат осраған. Ғаилә-никах мөнәсәбәттәре йола хоҡуғы нормаларына һәм шәриғәт ҡанундарына ярашлы көйләнгән. Ғаиләләр башлыса моногам, күп ҡатынлылыҡ һирәк осраған, башлыса бай ҡатламға хас булған. Т. традицион байрамдары ер эшкәртеү календарына бәйләнгән: һабантуй, ураҡ өҫтө һ.б. байрамдар. Үҙ‑ара ярҙам (ҡаҙ өмәһе, мал өмәһе, тула өмәһе) һәм күмәк байрамдар үткәреү йолаһы таралған. Т. традицион календары 12 йыллыҡ йәнлек циклына нигеҙләнгән. Ҡышҡы ҡояш торошо көндәрендә нардуған байрамы үткәрелгән, ул әйтештәр м‑н бергә барған (науруз әйтеүҙәр). Науруз яҙ башланыуға арналған байрамдарҙың береһе булған. Мосолман байрамдарын (ҡара: Ҡорбан байрамы, Ураҙа байрамы) үткәргәндәр. Туйға бәйле яусылау (ҡоҙалашыу), никах, кәләш йортондағы туй (никах туйы) һәм икенсе көндәге туй (ҡалын туйы) йолалары тантаналы итеп үткәрелгән; ғаиләлә бала тыуыуын билдәләгәндәр: исем ҡушыу (бәпәй туйы), бәпәй ашы йолаһы уҙғарылған. Музыка ҡоралдарынан гармун, ҡумыҙ, скрипка, керәшендәрҙә — көснә таралған була. Татар фольклоры йыр, әкиәт, мәҡәл, әйтем, легенда, бәйет, эпостар һ.б. тора. БР‑ҙа Татар йәмәғәт үҙәге, Башҡортостан Республикаһының “Азатлык” татар йәштәре союзы, Башҡортостан татарҙары конгресы, 1991—2001 йй. “Иҙел—Урал” Татар демократик партияһы; “Килем” тарихи-мәҙәни үҙәге, 2 йәкшәмбе мәктәбе, Саҡмағош р‑ны Саҡмағош а. татар халҡын хеҙмәтләндереү б‑са китапхана базаһы эшләй. Фольклор ансамблдәре (“Мәләүез ҡ. “Райхан”, Борай р‑ны Борай а. “Аҫылйәр”, Кушнаренко р‑ны Кушнаренко а. “Һандуғас” һ.б.) булдырыла, йыл һайын Ғ.Туҡайҙың тыуған көнөнә арналған шиғриәт байрамы үткәрелә. Татар телендә “Ҡыҙыл таң”, “Өмет” гәз., “Тулпар” ж. сыға, “Нур” татар театры, Туймазы татар драма театры, халыҡ театрҙары (Дүртөйлө ҡ., Стәрлебаш р‑ны Стәрлебаш а. һ.б.) эшләй.

 Әҙәб.: Д а в л е т ш и н а  З.М. Татарское население Башкортостана: этнодемогр. исслед. Уфа, 2001.

Р.И.Яҡупов

Тәрж. М.В.Хәкимова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 27.07.2023