Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОПУЛЯЦИЯ

Просмотров: 1142

ПОПУЛЯЦИЯ (лат. populus халыҡ), оҙайлы ваҡыт дауамында билдәле бер терр‑яла үрсеүсе һәм уның башҡа берлектәренән сағыштырмаса айырымланған бер төргә ҡараған заттар төркөмө. Төрҙөң структур берәмеге, уның эсендә форманы һәм төрҙө барлыҡҡа килтергән микроэволюцион процестар бара. П. төп характеристикалары: һаны, тығыҙлығы, йәш, виталитет һәм енси составтар, генетик һәм соц. структура (ҡайһы бер хайуандар П.) һ.б. Популяцион‑генетик законлыҡтарҙы өйрәнеү объекттары булып лаб. хайуандарҙың һәм үҫемлектәрҙең эксперименталь рәүештә төҙөлгән П. булыуы мөмкин. П. — популяциялар биологияһының өйрәнеү предметы. Биотехнологияла, гистологияла, микробиологияла, цитологияла П. тип күҙәнәктең ҡайһы бер органоидтарының берлеген, туҡымаларҙа йәки күҙәнәктәр һәм туҡымалар культураһында күҙәнәктәрҙең бер төрлө төркөмдәрен атайҙар. Башҡорт дәүләт университетында (А.Р. Ишбирҙин, М.М.Ишморатова) үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәренең популяциялар экологияһы үҫешә, Биохимия һәм генетика институтында (Э.К.Хөснөтдинова) Волга‑Урал төбәге, Кавказ һәм Урта Азия халыҡтары П. генетик структураһы өйрәнелә. Шулай уҡ ҡара: Генетика.

А.Р.Ишбирҙин, М.М.Ишморатова

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.05.2023