Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОПУЛЯЦИЯЛАР БИОЛОГИЯҺЫ

Просмотров: 1446

ПОПУЛЯЦИЯЛАР БИОЛОГИЯҺЫ, популяцияларҙың йәшәйеш законлыҡтарын өйрәнә. П.б. формалашыуы генетиканың һәм эволюцияның синтетик теорияһы үҫеше м‑н бәйле. Башҡортостанда П.б. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 90‑сы йй. башлана. Биология институтында юғалып барған дарыу үҫемлектәренең, үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәренең популяциялар структураһы (Н.В.Маслова, А.Ә.Мулдашев), үҫемлектәр составында биологик актив матдәләрҙең булыу законлыҡтары (Н.И.Фёдоров), техноген ландшафтарҙа ағас үҫемлектәрҙең экологияһы (А.Ю.Кулагин), Ботаника баҡса‑институтында — ағас үҫемлектәрҙең популяциялар генетикаһы (В.П.Путенихин, Н.В. Старова, З.Х.Шиһапов һ.б.), дарыу үләндәре һәм үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре (Л.М.Абрамова) өйрәнелә. Биохимия һәм генетика институтында аутосом, митохондриаль һәм Y‑хромосомалы ДНК‑локустарҙың полиморфизмын анализлау нигеҙендә Евразия халыҡтарының генетик тарихы өйрәнелә, нәҫелдән килгән патологияларға бирешеүсәнлектең молекуляр‑генетик маркерҙарын эҙләү, ДНК‑диагностикалау ысулдарын эшләү өсөн бер нисә нәҫелдән килгән ауырыуҙың структур үҙенсәлектәрен анализлау (О.Е. Мостафина, Э.К. Хөснөтдинова, И.М.Һиҙиәтова һ.б.); башҡорт бал ҡортоноң генофондын һаҡлау, тергеҙеү һәм селекцион программаларҙы тормошҡа ашырыу маҡсатында бал ҡортон популяцион-генетик тикшереү (А.Г.Николенко, Е.С.Салтыкова) алып барыла. Башҡорт дәүләт университетында, Биохимия һәм генетика ин‑тында — колорадо картуф ҡуңыҙының инсектицидтарға бирешмәүенең популяцион‑генетик законлыҡтары (Г.В.Беньковская, В.А. Вәхитов, Р.И.Ибраһимов), Аграр университетта ағас үҫемлектәрҙең урман барлыҡҡа килтергән төп тоҡомдарының һәм һирәк үҫемлектәрҙең популяциялар структураһы (Ю.Ә.Янбаев) өйрәнелә. БДУ‑ла һәм Сибай институтында үҫемлектәрҙең ресурс һәм һирәк төрҙәренең популяциялар экологияһы үҫешә (А.Р. Ишбирҙин, М.М.Ишморатова, Э.З. Муллабаева, И.В.Һөйөндөков һ.б.). Башҡорт ҡурсаулығы һәм Көньяҡ Урал ҡурсаулығында флораның һирәк төрҙәренә (М.Ш.Барлыбаева, Т.В.Жирнова, М.И.Нәбиуллин һ.б.), Шүлгәнташ ҡурсаулығында солоҡ бал ҡорто популяцияларына мониторинг алып барыла (М.Н.Косарев, Ә.Я.Шәрипов).

Әҙәб.: Л и м б о р с к а я С.А., Х у с н у т д и н о в а Э.К., Б а л а н о в с к а я Е.В. Этногеномика и геногеография народов Восточной Европы. М., 2002; И ш м у р а т о в а М.М. Родиола иремельская на Южном Урале. М., 2006.

А.Р.Ишбирҙин, М.М.Ишморатова

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019