Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СТӘРЛЕТАМАҠ ЛИЦЕЙЫ №3

Просмотров: 1083

СТӘРЛЕТАМАҠ ЛИЦЕЙЫ №3, 1912 й. башланғыс мәктәп булараҡ асыла, 1926 й. алып 7 йыллыҡ фабрика‑завод мәктәбе, 1933 й. — 3‑сө урта мәктәп, 2009 й. хәҙ. статусын ала. Компьютер класы, китапханаһы, тамаша, 2 спорт һәм уҡыу залдары, лицей тарихы музейы, техник һәм хеҙмәттәр күрһәтеү тармағы кабинеттары, ял итеү бүлмәһе, уҡытыу‑тәжрибә участкаһы бар. Уҡыу йортон 4,5 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2015), улар араһында В.А.Секин. Лицейҙа мәктәптең тәүге дир. В.К. Свиридов һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған тамамлаусылар хөрмәтенә мемориал асылған (1973), Секинға һәйкәл ҡуйылған (2005). Лицей бинаһына Секинға (2015), Чечнялағы хәрби хәрәкәттәр ваҡытында һәләк булған мәктәпте тамамлаусылар Т.Әхмәровҡа (2010), Д.Дементовҡа (2012) мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған.

А.М.Ғөбәйҙуллина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: