Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕКӘН

Просмотров: 901

ЕКӘН (Typha), екән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 15 төрө билдәле, бөтә Ер шарында тиерлек таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә. Йәйелеүсе оҙон йыуан тамырһабаҡлы күп йыллыҡ һыу йәки һаҙ үләне. Һабағы йыуан, цилиндр рәүешендә, төбө йыуан, 70—200 см бейеклектә. Япрағы сиратлы асыҡ йәки күкһел йәшел, бөтөн, таҫма һымаҡ, өҫкә йүнәлтелгән, һабаҡтың төбөндә тупланған. Сәскәһе ваҡ, күркһеҙ, һабаҡтың осонда сәкәнгә йыйылған, уның өҫкө өлөшө кәүшәк һәм тар, 3 һеркәсле ата сәскәнән тора, аҫҡыһы тығыҙ һәм эре, 3 төр инә сәскәнән (емеш биреүсе, үҫешеп етмәгән орлоҡ бөрөһө булған стериль һәм емеш бирмәүсе суҡмар һымаҡ карподий) ғибәрәт. Инә сәскәләрҙең эргәлектәре оҙон, нәҙек, быуынлы, тармаҡһыҙ төктәрҙән тора. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — оҙон төктәрҙән торған осоҡ сәтләүек, авг.—сент. өлгөрә. Яҫыяпраҡ Е., таръяпраҡ Е., ғәҙәттә, респ. бөтә терр‑яһында, һаҙлыҡтарҙа, һыу буйында, Лаксманн Е. һирәкләп Хәйбулла р‑нында дала йылғалары ярҙарында үҫә. Тамырһабағы — ҡондоҙ, йофар, нутрия һ.б. өсөн, үренделәре — мышы өсөн аҙыҡ. Сүсле үҫемлектәр. Декоратив үҫемлектәр. Составында флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

Л.Ә.Төхвәтуллина

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: