Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЕЛТӘРҠАНАТЛЫЛАР

Просмотров: 1013

СЕЛТӘРҠАНАТЛЫЛАР (Neuroptera), бөжәктәр отряды. Бер нисә тиҫтә ғаиләһе, яҡынса 5 мең төрө билдәле; Башҡортостанда яҡынса 30 төрө бар. Кәүҙә оҙонлоғо 0,2—2 см, оҙонса, йәшел йәки көрән төҫтә. Башы хәрәкәтсән, овал фасеткалы, ҡайһы бер төрҙәре шулай уҡ ябай күҙле. Мыйыҡтары еп рәүешле, күп быуынлы, тараҡ, суҡмар йәки баш формаһында. Ауыҙ аппараты — кимереүсе. Ҡорһағы цилиндр формаһында, ҡайһы бер төрҙәрҙең инә заттарында йомортҡа һалғысы бар. Ҡанаттары үтә күренмәле (ҡайһы берҙә ҡара йәки төрлө төҫтәге таптар менән), күп һанлы арҡыры һәм буй һеңерсәләр, ҡыҫҡа төк йәки тәңкәләр менән ҡапланған; тынлыҡ хәлендә яҫы. Аяҡтары ҡыҫҡа, нәҙек, йүгереүсән, 5 быуынтыҡлы, бөгөлгән тырнаҡлы. Үҫеше тулы әүерелешле. Оҙонса овал йәки һабаҡ һымаҡ формалағы, төрлө төҫтәге йомортҡаларын берәмләп йәки төркөмләп субстратҡа һала. Балағорттары орсоҡ рәүешле, ауыҙ аппараты — сәнсеүсе‑һурыусы, оҙонса улаҡлы, яңаҡтары үҫешкән һәм табышты тишеү, һурып алыр өсөн хеҙмәт итә, аш һеңдереүе тышҡы; ҡорһаҡ сегменттарында айғолаҡтары бар, ҡурсаҡ көбөндә ҡурсаҡлана. Ҡурсаҡтары ирекле. Республика шарттарында йылына 1 быуын үҫә. Балағорттары йәки ҡурсаҡтары ҡышлай. Башлыса эңерҙә әүҙем. Балағорттары — төрлө бөжәктәр, шулай уҡ болоттар, бүздәктәр һ.б. умыртҡаһыҙҙар, оло заттар сәскәләрҙең таты һәм һеркәһе менән туҡлана, ҡайһы бер төрҙәре — йыртҡыстар. Үҫемлектәрҙә йәшәй, урмандарҙа, далала, болондарҙа осрай. Ҡоротҡос бөжәктәрҙе юҡ итә. Йөклө күбәләк БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 14.11.2022
Связанные статьи: