Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙЫЛЫЛЫҠ ҮТКӘРМӘҮСЕ МАТЕРИАЛДАР ҺӘМ ИЗДЕЛИЕЛАР

Просмотров: 1194

ЙЫЛЫЛЫҠ ҮТКӘРМӘҮСЕ МАТЕРИАЛДАР ҺӘМ ИЗДЕЛИЕЛАР, тирәяҡ мөхит м‑н йылылыҡ алмашыуҙы кәметеү өсөн күҙәүлеге юғары, йылылыҡ үткәреүсәнлеге түбән булған төҙөлөш материалдары һәм изделиелар. Сеймалдың төрө б‑са (минераль — асбест, гипс, диатомит, эзбизташ, быяла, цемент һ.б.; органик — газ менән тулыландырылған полимерҙар, төҙөлөшкә яраҡһыҙ ағас, ағас эшкәртеү сәнәғәте ҡалдыҡтары, торф һ.б.; минераль бәйләүес матдәнең органик тулыландырғыс м‑н ҡатнашмаһы — онтағы, ағас юнысҡылары һ.б.) органик булмаған (сүсле — минераль һәм быяла мамыҡ плиталар; күҙәнәкле — күпертелгән быялалар, бетондар, ҡара: Автоклав төҙөлөш материалдары; рулон һәм шнур рәүешендә — жгуттар, маттар; ҡойолоусан бөртөклө — керамзит, ҡабартылған перлит, вермикулит һ.б.), органик (торф плиталар, ағас плиталар, күпертелгән һәм күҙәүле пластмассалар, сүбәктәр һ.б.), ҡатнаш (арболит, фибролит һ.б.); файҙаланыу т‑раһы б‑са — утҡа сыҙамлы булмаған, утҡа сыҙамлы; тышҡы күренеше б‑са — формаланған (кирбестәр, блоктар, плиталар, сегменттар, рулондар), формаланмаған (онтаҡтар, күҙәүле гранулалар); тәғәйенләнеше б‑са — йылылыҡ үткәрмәүсе (объекттың йылылыҡ юғалтыуы кәмей), тыштан инеүсе йылынан һаҡлаусы; күҙәүлеге б‑са — еңел (45—75%) һәм ультраеңел (75%‑тан артыҡ) ауырлыҡлы; ҡыҫылыусанлығы б‑са — йомшаҡ, ярым ҡаты, ҡаты, үтә ҡаты, ныҡ ҡаты; тығыҙлығы б‑са айырыуса түбән, түбән, уртаса тығыҙлыҡлы, тығыҙ Й.ү.м.һ.и. айыралар. Органик Й.ү.м.һ.и. утҡа, һыуға биосыҙамлылығы насар, ҡатнаштары – утҡа сыҙамлыраҡ. Й.ү.м.һ.и. күҙәүлеген йылытҡанда ҡабартып, суспензияға йәки иретмәгә һауа, тәбиғи йәки яһалма күҙәүле тултырғыс, күҙәүҙәр барлыҡҡа килтереп яныусы өҫтәмәләр индереп, химик реакциялар барышында газ хәлендәге продукттар хасил ителеп һ.б. арттыралар. Й.ү.м.һ.и. түшәп, күмеп, һылап, сәсрәтеп, ҡойоп һ.б. беркетәләр. Һыу һәм пар үткәрмәү өсөн уларҙы герметиклаштырыусы составтар; механик һәм эҫеткәндә ватылыуҙан һаҡлау өсөн — биҙәкләү материалдары м‑н ҡаплайҙар. Биналарҙы, ҡоролмаларҙы, технологик ҡорамалдарҙы (сәнәғәт мейестәре, йылытыу агрегаттары, һыуытҡыс камералар һ.б.), транспорт сараларын, авиация һәм ракета техникаһы узелдарын, кәртәләүсе төҙөлөш конструкцияларын, үткәргес торбаларҙы изоляциялау өсөн файҙаланалар. Башҡортостанда “Термостепс” ААЙ йомшаҡ Термолайт/+, ярым ҡаты Термостена/+, ҡаты Термовент, Термомонолит, Термокровля Н, Термопол, үтә ҡаты Термофасад һәм Термокровля, Термокровля В/В+ плиталары, П‑75 һәм П‑125 маркалы минераль мамыҡ плиталар, минераль мамыҡтан йөрмәләнгән маттар һәм гофрирланған структуралы изделиелар, өс ҡатлы йылылыҡ үткәрмәүсе материалдар; “Салауатбыяла” ААЙ — АТМ‑1, АТМ‑2, АТМ‑1МК, МСТВ, М‑15 маркалы Й.ү.м.һ.и., мамыҡ һәм пластиналар; “СТЕКЛОНиТ” ААЙ РСТ‑410‑Ф, РСТ‑570‑Ф, РСТ‑1100‑Ф маркалы быяла пластиктар, ТСФ(Б)‑7с, ЕС 9, СТТ‑2П‑К(100)ПРС‑2‑У маркалы быяла туҡыма, СМ‑1 маркалы быяла маттар һ.б.; “Гермет” ҒПП ЯАЙ (Өфө) — йылытыуҙан киңәйеүсе графит нигеҙендә Й.ү.м.һ.и.; “Полимер” ҒПБ һәм “Кровля” ААЙ – пенополистирол һ.б.; “Метрополис” ЯСЙ (Өфө) – пенобетон, стена өсөн блоктар сығара. Й.ү.м.һ.и. өсөн сеймалды — күпертелгән полистиролды — “Газпром нефтехим Салават” ААЙ, пенобетон сығарыу өсөн ПКИ‑1 маркалы күбекләндергесте “Ингкор” ҒПБ (Өфө) сығара. Й.ү.м.һ.и. төп ҡулланыусылары — нефть эшкәртеү, химия, нефтехимия сәнәғәттәре пр‑тиелары, “Эре панелле йорттар төҙөү” ААЙ һ.б. БР‑ҙың Төҙөлөш комплексы ғилми‑тикшеренеү, проект‑конструкторлыҡ һәм етештереү ин‑тында ӨДНТУ м‑н берлектә тышҡы стеналарҙы һалыу өсөн күҙәнәкле бетон блоктарҙы ҡулланыуҙың техник сығарылыштары табыла. ӨДНТУ тарафынан пенополистиролдан яһалған материалдарҙы артабан селтәр рәүешле каркас өҫтөнән штукатурлап файҙаланыу тәҡдим ителгән.

Л.А.Яковлева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: