Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮЛӘН ОНО

Просмотров: 972

ҮЛӘН ОНО, витаминлы‑аҡһымлы мал аҙығы, яһалма киптерелгән үлән массаһынан алына. Ү.о. өсөн сәселгән күп йыллыҡ һәм бер йыллыҡ үләндәр ҡулланыла, улар араһында ҡуҙаҡлылар өҫтөнлөк итә. Йәшел үләндәрҙе яһалма киптергәндә туҡлыҡлы матдәләрҙең 90—95%‑ы һаҡлана. Ү.о. ауыл хужалығы малдарын ашатҡанда ҡиммәтле протеинлы һәм витаминлы өҫтәлмә итеп файҙаланыла, ҡатнаш мал аҙығы составына индерелә (сусҡа өсөн 10—15% күләмендә, ҡош өсөн — 3—5%). 1 кг Ү.о. составына 0,65—0,72 мал аҙығы берәмеге, 95—120 г үҙләштерелеүсе протеин, 100—250 мг каротин, В төркөмө витаминдары инә. Ү.о. етештереү өсөн әҙерләү миҙгеле осоронда киптергескә йәшел массаның бер туҡтауһыҙ килеп тороуын тәьмин иткән йәшел конвейер булдырыла. Технологик процесс сабыу, ваҡлау, киптереү, онтау, грануллау йәки брикетлау һәм төрөүҙе үҙ эсенә ала. Ү.о. әҙерләү өсөн АВМ‑0,65, АВМ‑1,5 һ.б. агрегаттар ҡулланыла. Башҡортостанда 2009 й. 1392 т Ү.о. етештерелә. Ү.о. етештереү технологияһы б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 70‑се йй. башлап Ауыл хужалығы институтында (И.Л.Аллабирҙин, Х.Ғ.Ғөбәйҙуллин һ.б.), Аграр университетта (А.В.Савельев, Т.Ә.Фәритов һ.б.) алып барыла.

Әҙәб.: Ф а р и т о в Т.А., С а в е л ь е в А.В. Рекомендации по повышению качества травяной муки и стабилизации каротина. Уфа, 1979; Ф а р и т о в Т.А. Корма и кормовые добавки для животных. Уфа, 2008.

Т.Ә.Фәритов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: