Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУГАЙ

Просмотров: 869

ТУГАЙ, судан үләне сорты. 1978 й. Ә.Н.Биктимеров (БНИИСХ) тарафынан Бродская 2, Казанская, Камышенская скороспелая, Лунинская, Пензенская ранняя сорттарынан алынған үҙенән‑үҙе һеркәләнеүсе линияларҙы ҡатмарлы гибридлаштырыу ысулы м‑н сығарыла. Һабағы төҙ, бейеклеге 180—200 см, 5—7 быуын араһы бар, йығылмай. 65— 75%‑ын япраҡ ҡаплаған. Япрағы ҡыяҡлы, бөтә һабаҡ буйлап тигеҙ урынлашҡан. Сәскәлеге — тармаҡлы йәки ярым ҡыҫылған һепертке. Бөртөксәһе овал йәки түңәрәк. Орлоғо ҡуйы ҡыҙылдан ҡара ялтырауыҡлы төҫкә тиклем. 1000 орлоғоноң ауырлығы 12—14 г. Ҡоролоҡҡа, һыуыҡҡа сыҙамлы, уртаса өлгөрөүсән сорт, ҡыҙыл бактериаль таптар м‑н уртаса зарарлана. Вегетация осоро 95—105 көн. Уртаса уңдырышлылығы (ц/га): йәшел масса — 300 (иң күбе — 482, 2004 й.), бесән— 62, орлоҡ — 24; йәшел массала (ҡоро матдәгә күсереп иҫәпләгәндә) 8—10% сей протеин бар (Үҫемлекселек селекцияһы үҙәге, 2001—06). БАССР б‑са ҡулланылышҡа 1986 й. индерелгән, бөтә ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә.

Ф.Х.Лоҡманова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: