Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУЙМАЗЫ ГАЗ ЭШКӘРТЕҮ ЗАВОДЫ

Просмотров: 1250

ТУЙМАЗЫ ГАЗ ЭШКӘРТЕҮ ЗАВОДЫ. Эйәрсен нефть газын эшкәртеү м‑н шөғөлләнә. Составына нефть газын әҙерләү һәм газды фракцияларға айырыу ҡоролмалары, тауар-сеймал паркы, бушатыу‑ҡойоу эстакадаһы инә. 2008 й. 445 кеше эшләгән; эшкәртеүгә 27749 мең м3 эйәрсен нефть газы, 94,8 мең т еңел углеводородтарҙың киң фракцияһы ҡабул ителгән; 43,9 мең т шыйығайтылған углеводород газы, 21,3 — нормаль бутан һәм 12,8 — изобутан фракцияһы, 12,0 мең т тотороҡло газ бензины эшләп сығарылған. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатыла. 1952 й. нефть сығарыусы “Туймазанефть”, “Октябрьскнефть” һәм “Бавлынефть” (Татарстан) трестарының эйәрсен нефть газын файҙаланыу өсөн Т.г.э.з. төҙөлә башлай, 1953 й. Туймазы—Өфө—Черниковск магистраль газ торбалары эксплуатацияға тапшырыла, 1956 й. заводтың 1‑се, 1959 й. 2‑се сираты тапшырыла; 1987 й. алып Т.г.э.з. “Башнефть” ПБ составына инә, 2003 й. — “Октябрьскнефть” НГДУ ЯСЙ‑ның газ эшкәртеү производствоһы, 2005 й. башлап «АНК “Башнефть”» ААЙ филиалы “Башнефть—Уфа”, 2010 й. — “Башнефть—Добыча” ЯСЙ‑ның “Туймазанефть” НГДУ‑һы составында. Пр‑тиела респ. тәүге тапҡыр эйәрсен нефть газын көкөртлө водородтан элементар көкөрт алып таҙартыу технологиялары индерелгән (1976).

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина   

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: