Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СТӘРЛЕТАМАҠ МАХСУС НЕФТЬ МАТЕРИАЛДАРЫ ЗАВОДЫ

Просмотров: 1031

СТӘРЛЕТАМАҠ МАХСУС НЕФТЬ МАТЕРИАЛДАРЫ ЗАВОДЫ. Быраулау иретмәләре өсөн балсыҡ онтағы һ.б. етештергән. 1949 й. Стәрлетамаҡ р‑ны Оло Ҡуғанаҡ а. “Талалаевуголь” шахтаһы булараҡ нигеҙ һалына (1950 й. алып “Башнефть” берекмәһенә инә), 1955 й. башлап Ҡуғанаҡ балсыҡ онтағы етештереү з‑ды (1959—63 йй. “Башстройматериалы” составында), 1977 й. алып С.м.н.м.з., 2002 й. — ЯСЙ, 2014 й. ябыла. Составына тимер‑бетон һәм бетон изделиелар, балсыҡ онтағы етештереү, автотранспорт цехтары; механика һәм төҙөлөш‑ремонт участкалары ингән. 2009 й. 232 кеше эшләгән. Балсыҡ онтағы, тимер‑бетон изделиелар, бетон изделиелар, тауар бетоны етештергән. Продукцияһын ҡулланыусылар: “Башнефть” АНК филиал‑ дары һ .м структур бүлексәләре, төҙөлөш ойошмалары.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: