Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҪКЕ МУСА, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 786

ИҪКЕ МУСА, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Иҫке Муса а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 17 км һәм Ҡарлыман т. юл ст. К.‑Көнб. табан 26 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 393 кеше; 1920 — 182; 1939 — 500; 1959 — 365; 1989 — 374; 2002 — 758; 2010 — 580 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. башында Нуғай даруғаһы Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Муса (улус старшинаһы Муса Ҡашҡалтаев исеменән) исеме м‑н нигеҙ һала. 1795 й. Оло Муса булараҡ билдәләнгән, 24 йортта 154 кеше йәшәгән (Кесе Муса а. халҡы м‑н бергә иҫәпкә алынған), 1865 й. Мусала (Янбайҙа) 53 йортта — 322 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 19 б. аҙ. Яңы Муса а. барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1906 й. мәсет, кирбес з‑ды, мөгәзәй теркәлгән. Ауыл эргәһендә Иҫке Муса ҡурғандары урынлашҡан. Б.Х.Батырова, Р.Ғ.Сәлихов, Р.Р.Ураҙғолов, Р.Ф.Әминев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019