Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҪКЕ СЕМЁНКИН, Бәләбәй р‑нындағы ауыл

Просмотров: 663

ИҪКЕ СЕМЁНКИН, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Семёнкин а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 29 км һәм Аксаков т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 41 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 685 кеше; 1920 — 824; 1939 — 807; 1959 — 734; 1989 — 368; 2002 — 410; 2010 — 437 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 18 б. уртаһында Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са яңы суҡындырылған сыуаштар Семёнкин исеме м‑н нигеҙ һала. 1865 й. Семёнкинда (Ҡурғанда) 42 йортта 325 кеше йәшәгән. Игенселек, утын санаһы һәм сана яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 һыу тирмәне булған. 19 б. 2‑се ярт. Яңы Семёнкин бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1906 й. сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, һыу тирмәне, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. А.А.Михайлов ошо ауылда тыуған.

Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019