Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҪКЕ ШӘРӘЙ, Ҡырмыҫҡалы р-нындағы ауыл

Просмотров: 746

ИҪКЕ ШӘРӘЙ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Сахай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 23 км һәм Ҡарлыман т. юл ст. Көнс. табан 11 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1896 й. — 981 кеше; 1920 — 1031; 1939 — 1006; 1959 — 857; 1989 — 571; 2002 — 588; 2010 — 565 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Күрпәс- Табын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы татарҙар нигеҙ һала, 1723 й. алып Шәрәй (тәүге төпләнеүсе Шәрәй Бабарисов исеменән) исеме м‑н билдәле. 1865 й. 80 йортта 457 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. 2 мәсет, тимерлек, бакалея-мануфактура кибете теркәлгән; борам эшләгән. 1914 й. Яңы Шәрәй (хәҙ. Архангел р‑ны) бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1920 й. Шәрәй (Иҡул) а. булараҡ иҫәпкә алынған. Ауыл эргәһендә Шәрәй ҡәберлеге бар.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: