Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАҘТҮБӘ

Просмотров: 1096

ТАҘТҮБӘ, О л о Т а ҙ т ү б ә, ҡалдыҡ тау, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1985). Дыуан р‑ны Таҙтүбә һәм Вознесенка аа. араһында урынлашҡан. Абс. бейеклеге 403,7 м. Формаһы көмбәҙ рәүешендә, түбәһе яҫы. Һаҡмар ярусының таҙтүбә горизонты стратотибынан торған тоҡомдарҙан ғибәрәт. Т. иртә пермгә ҡараған Урал алды диңгеҙ палеорифының бер өлөшө булып тора. Ландшафы һоро урман тупрағындағы ҡоро болондарҙан һәм ташлы далаларҙан ғибәрәт, ултыртылған ҡайын ҡатыш ҡарағай урмандары осрай. Үҫемлектәрҙең БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән һирәк төрҙәре үҫә: Крашенинников минуарцияһы, ҡаурый ҡылған, ҡылсыҡлы аҡтамыр, энәле ҡәнәфер, себер флоксы реликты.

 

Ә.З.Гәрәев

Тәрж. И.М.Япаров

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019