Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕЛЕМҮЛӘН

Просмотров: 861

ЕЛЕМҮЛӘН (Silene), ҡәнәфер һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 500‑ҙән артыҡ төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙа таралған. Башҡортостанда 13 төрө үҫә: иҙел Е., йәшелсәскә Е., һылашҡаҡ Е., ҡырҡсәскә Е., төн Е. һ.б. Күп һәм ике йыллыҡ үлән. Яңғыҙ йәки күп, төҙ йәки күтәрелеүсән, ҡуйы төклө һабаҡлы, бейеклеге 20—120 см. Япрағы ҡалаҡ, ҡыяҡ, ҡыяҡ-ланцет рәүешендә. Сәскәһе аҡ, һирәкләп йәшкелт йәки ал, каса япрағы, ғәҙәттә, ҡабармаған, көпшә йәки ҡыңғырау рәүешендә, 10 епсәле. Май—сент. сәскә ата. Емеше — күп орлоҡло ҡумта, асылмалы, 3 парлы тешле, июль—сент. өлгөрә. Респ. бөтә терр‑яһында далала, һирәкләтелгән урманда һәм урман ситендә, болонда, ҡоро битләүҙә, ҡалдауҙа, йылға ярында үҫә. Реликт алтай Е. — һирәкләп респ. көньяғында, эндемик аҙ япраҡлы Е. башлыса Башҡортостандың (Көньяҡ) Уралында һәм Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында осрай. Декоратив үҫемлек. Составында сапонин, флавоноид һ.б. бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Ирәмәл тауының яланғас урындарында үҫкән реликт аҙ япраҡлы Е. һәм ҡыуаҡлы Е. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Н.В.Маслова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: