Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПАТРИНИЯ

Просмотров: 678

ПАТРИНИЯ (Patrinia), бесәй үләне һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 20 төрө билдәле, башлыса Көньяҡ‑Көнсығыш Азияла таралған. Башҡортостанда себер П. үҫә. Бесәй үләне еҫе сыҡҡан күп йыллыҡ үлән. Һабағының бейеклеге 5–20 см, япраҡһыҙ йәки 1 пар япраҡлы, төҙ, ике рәт оҙон төктәре бар. Тамыр яны япраҡтары күп, һаплы, тар ҡыяҡлы бөтөндән алып лира рәүешле‑ҡауырһын һымаҡ телмәлегә тиклем, һабаҡ япраҡтары — ҡауырһын һымаҡ телмәле, ҡапма‑ҡаршы. Сәскәһе һары төҫтә, ҡыңғырау формаһында, эре сәскә ҡолаҡсындары бар, ҡалҡан һымаҡ сәскәлектә урынлашšан. Каса япрағы 5 тешле; һеркәстәре 4, емшәне 3 оялы. Май—июндә сәскә ата. Емеше — орлоҡса, июль–авг. өлгөрә. Әбйәлил (Ҡырҡтытау һырты), Белорет (Баштау, Машаҡ һырттары, Ирәмәл тауы һ.б.) һәм Учалы (Ирәндек, Нәрәле һырттары һ.б.) р‑ндарында ҡая һәм ташлы урындарҙа үҫә. Составында флавоноидтар, эфир майҙары һ.б. бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Реликт, БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 02.11.2022
Связанные статьи: