Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТРАВМА

Просмотров: 1018

ТРАВМА (гр. traјuma — йәрәхәт), кеше йәки хайуан организмы туҡымаларының тышҡы тәьҫирҙән зарарланыуы, йәшәү процестарын һәм функцияларын боҙоуға килтерә. Т. организмда урындағы (асыҡ һәм ябыҡ йәрәхәт) һәм дөйөм (ҡан һауыу, баш мейеһе һелкенеү, йәрәхәт токсикозы, коллапс, шок һ.б.) үҙгәрештәрҙә күренә. Урыны б‑са терәк‑хәрәкәт системаһы, нервылар һәм арҡа мейеһе, ҡан тамырҙары һ.б. Т.; тәрән (ҡорһаҡ, күкрәк ҡыуышлығының лайлалы тиресәләре, мейенең ҡаты ҡабығы зарарланыу), тәрән булмаған (зарарһыҙ); Т., термик, химик, нурҙан бешеү һ.б. айырыла.

Кеше Т. Производство, производствола булмаған (ш. иҫ. көнкүреш), алдан уйлап эшләнгән, хәрби, балалар травматизмы һ.б. бүленә. Т. барлыҡҡа килеүенә остеопороз, дисплазия, матдәләр алмашыныуының боҙолоуы һ.б. булышлыҡ итә. Диагностика өсөн клиник һәм ортопедик тикшереү, нур диагностикаһы (рентгенография, компьютерлы һәм магнит резонанслы томография, сцинтиграфия, ультратауыш м‑н тикшереү), стабилометрия, электронейромиография һ.б. мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау консерватив (ауыртыуҙы баҫҡан, яраны уңалтҡан, шешеүгә ҡаршы һ.б. препараттар, тышҡы иммобилизация, һөйәкте һуҙыу), хирургик (яраларҙы беренсел эшкәртеү, йомшаҡ туҡымалар һәм һөйәк дефекттарына пластика яһау, остеосинтез һ.б.) һ.б. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: тәүге (асфиксия, травматик, геморрагик шок һ.б.) һәм һуңғы (инфекция ҡушылыу, мускулдар контрактураһы, быуындар анкилозы һ.б.). Иҫкәртеү: юл‑транспорт, производство, көнкүреш травматизмын иҫкәртеү б‑са саралар комплексы. 2007 й. Башҡортостанда 465896 Т. теркәлгән, ш. иҫ. ололарҙа — 351496, балаларҙа — 114400. Т. диагностикалау, дауалау, ауырыуҙарҙы аяҡҡа баҫтырыу һәм травматизмды иҫкәртеү проблемалары б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Медицина университетында алып барыла. Т. һәм үҫеш кәмселектәре булған ауырыуҙарҙы реабилитацион дауалау Өфө протезлау‑ортопедия предприятиеһы һәм Өфө металл һәм пластмасса әйберҙәр заводы эшләп сығарған изделиеларҙы файҙаланып үткәрелә.

Хайуандар Т. Күбеһенсә а.х. һәм сәнәғәт травматизмы таралған. Сәнәғәттә аҫрау шарттарында һыйыр малының тояҡтары бәрелеп имгәнеү, мөгөҙҙәре сатнау һәм һыныу, тышҡы енес ағзалары йәрәхәтләнеү һәм бәрелеп имгәнеү; сусҡаларҙың һөйәктәре һыныу, һеңере, тарамышы тартылыу һәм өҙөлөү, тояҡтарының йомшаҡ туҡымаһы зарарланыу, тешләнгән, бәрелгән‑йыртылған яралары, ҡолаҡтары һәм ҡойроҡтары сәйнәлеү (каннибаллыҡ) теркәлә; һарыҡтарҙа Т. йышыраҡ йөндәрен ҡырҡҡанда күҙәтелә. Диагностика өсөн клиник һәм лаб. (рентгенография һ.б.) тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау медикаментоз (шешеүгә ҡаршы һ.б. препараттар), хирургик. Иҫкәртеү: хайуандарҙы аҫрау, файҙаланыу һәм ташыуҙың зоотехния, санитария‑гигиена ҡағиҙәләрен үтәү, диспансерлаштырыу, ветеринар‑ағартыу эше, стресты иҫкәртеү һ.б. Башҡортостанда 2007 й. һыйыр малында — 13291, сусҡаларҙа — 6353, һарыҡ, кәзәләрҙә — 1241 Т. теркәлгән. Хайуандар Т. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 50‑се йй. башлап Аграр университетта алып барыла: һыйыр малында травматик ретикулитты һәм перикардитты (И.А.Телятников), баш (Х.Х.Әбдүшев), ослоҡтар (В.В.Ғимранов), күҙҙәр (С.М. Хәбибов) тирәһендәге Т. иҫкәртеү, дауалау ысулдары өйрәнелә һәм индерелә. Шулай уҡ ҡара: Травматология һәм ортопедия.

Б.Ш.Минасов, С.М.Хәбибов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 01.08.2023