Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТРАХОМА

Просмотров: 1128

ТРАХОМА (гр. trachys — ҡытыршы), күҙҙең антропоноз хроник инфекцион ауырыуы, күҙҙең лайлалы тиресәһенең лимфоид туҡымаһына шешеүҙән килгән матдәләр үтеп инә һәм фолликулалар барлыҡҡа килә (трахома бөртөксәләре), артабан тарҡалып, ит үреп уңала, күҙ мөгөҙсәһенең зарарланыуы һуҡырайыуға килтерә; уға эпидемик таралыу хас. Тыуҙырыусыһы: күҙәнәк эсе паразиттары Chlamydia trachomatis (трахомалар) һәм Chlamydia paratrachomatis (паратрахомалар), тышҡы мөхиттә тотороҡло, дезинфекция саралары тәьҫирендә үлә. Претрахома (префолликуляр Т.) һәм ауырыуҙың 4 клиник стадияһы айырыла. Йоҡтороу сығанағы — Т. м‑н ауырыған кеше һәм инфекцияның тыуҙырыусыһын йөрөтөүселәр. Контакт юлы м‑н (ҡул, кейем, гигиена әйберҙәре аша) күсә. Инкубация осоро 8—16 тәүлек тәшкил итә. Төп симптомдары: күҙгә сүп төшкән һымаҡ, ҡоро булып тойолоуы, күҙ талыуы, өҫкө күҙ ҡабағының һалынып төшөүе, ксерофтальмия. Диагностика өсөн эпидемиологик, клиник һәм лаб. (микроскопик, бактериологик, иммунологик) тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау медикаментоз (бактерияларға ҡаршы, иммуномодулләүсе препараттар), хирургик. Өҙлөгөүҙәр: киҫкен инфекцион конъюнктивит, эренле сей яра һәм күҙ мөгөҙсәһе томаланыу, күҙ ҡабағы кимерсәге эскә әйләнеп ит үреп бөтәшеүе, һуҡырайыу һ.б. Иҫкәртеү: шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәү, диспансерлаштырыу һәм ауырыуҙарҙы ваҡытында асыҡлау. Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында 20 б. 20‑се йй. халыҡтың Т. м‑н ауырыуы 75%‑ҡа еткән. Башҡ‑н трахоматоз ҒТИ (ҡара: Күҙ ауырыуҙары институты) тарафынан Т. таралышы, клиникаһы, иртә диагностикаһы, патогенезы һәм патоморфологияһы өйрәнелә, респ. Т. бөтөрөү б‑са саралар үткәрелә. 30‑сы йй. уртаһынан БДМИ м‑н берлектә (ҡара: Медицина университеты) В.И.Спасский һәм Ғ.Х. Ҡоҙаяров етәкс. һуҡырлыҡтың эпидемиологияһы, бактериологияһы (Р.Ғ. Ҡоҙаяров, Н.Х.Мещерова), структураһы (А.И. Рябова), Т. патогистологияһы, клиникаһы тикшерелә, ауырыуҙың эпидемияһына ҡаршы көрәш, ш. иҫ. вакцинопрофилактика ҡулланып (Р.Ғ. Ҡоҙаяров), Т. эҙемтәләрен консерватив (Р.З.Вафина, З.И.Воронцова, Ф.А.Йәнбухтина, М.А.Кәлмәтова) һәм хирургик (Д.М.Дәүләтшин, Н.А. Завьялова, Кәлмәтова, Ф.Ш. Ҡорбанаева һ.б.) дауалау ысулдары эшләнә (Ғ.Ә.Вәлиева, С.М.Долгих, М.С. Таңатарова, С.Х.Хәлитова). 1965 й. Башҡортостанда Т. киң таралған ауырыу булараҡ бөтөрөлә.

М.Т.Аҙнабаев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: