Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОЦИАЛЬ ФИЛОСОФИЯ

Просмотров: 1194

СОЦИАЛЬ ФИЛОСОФИЯ, й ә м ғ и ә т  ф и л о с о ф и я һ ы, философияның шәхес м‑н йәмғиәттеңүҙ‑ара мөнәсәбәтен өйрәнгән бүлеге. Рәсәйҙә С.ф. термины 20 б. 90‑сы йй. уртаһында барлыҡҡа килә. С.ф. бурысы — йәмғиәттең булмышын асыу, уны донъяның башҡа өлөштәренән айырылып торған, әммә уның м‑н берҙәм донъя универсумына бәйләнгән өлөшө булыуын һүрәтләү. С.ф. кеше һәм йәмғиәт мөнәсәбәттәрен аңлау парадигмалары бар: социоцентрик (айырым кешегәҡарағанда, йәмғиәт мөһимерәк), антропоцентрик (кеше — аңһәм ихтыяры булған үҙ аллы индивид; йәмғиәт — уны үҙгәртеү б‑са аңлы эшмәкәрлеккәһәләтле кеше индивидтарының берләшмәһе) һәм феноменологик (социум алдан билдәле нигеҙ м‑н билдәләнмәгән, ә соц. тәртип — кеше эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе). Соц.‑филос. белеме сиктәрендә модернизациялау, глобалләштереү, посткоммунистик трансформация, үҙгәрә торған соц. структуралар һ.б. концепциялар үҫеш ала. СССР‑ҙа философияның шәхес м‑н йәмғиәт т‑дағы бүлеге диалектик (марксистик-ленинсы) һәм тарихи материализм ҡараштарынан сығып өйрәнелгән. Башҡортостанда С.ф. проблемаларына Б.Ғ.Аҡсурин (кешенең кәүҙә төҙөлөшөһәм уны билдәләүҙең соц. аспекттары), О.А.Беленкова (йәмәғәт етештереүенең социохужалыҡөлкәһендә соц. идара итеүҙең антропологик факторы), А.А.Вальков (милләт идеяһы), А.Й.Зарипов (милли үҙаң), Ә.Х.Дәүләтҡолов, З.Й.Рәхмәтуллина (башҡ. традициялары), О.М.Иванова (хәҙ. цивилизация шарттарында кешенең шәхси һәм йәмәғәт һаулығы), С.М.Поздяева (Рәсәй йәмғиәтен модернизациялау), Ф.С.Фәйзуллин (соц. структура һәм милли мөнәсәбәттәр), И.В.Фролова (соц. идеал һәм утопия), М.Т.Шафиҡов (кешенең фәнни белем потенциалы) һ.б. тикшеренеүҙәре арналған. Шулай уҡҡара: Социология.

С.М.Поздяева

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 21.10.2021
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: