Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҘЫУСЫЛАР СОЮЗЫ

Просмотров: 2604

ЯҘЫУСЫЛАР СОЮЗЫ Башҡортостан Республикаһының төбәк йәмәғәт ойошмаһы, яҙыусыларҙың һәм әҙәбиәт белгестәренең ижади берекмәһе. 1934 й. мартында Өфөлә яҙыусыларҙың 1‑се съезында ойошторола. Уға тиклем төрлө әҙәби түңәрәктәр һәм Баш­ҡор­тостан пролетар ­яҙыусылар­ ассоциацияһы ­була. Төп маҡсаттары һәм бурыстары: әҙәби‑художестволы ижадтың үҫешенә, яҙыусыларҙың тупланыуына һәм һөнәри кимәлдәренең күтәрелеүенә булышлыҡ итеү, халыҡтың рухи тормошонда әҙәбиәттең абруйын күтәреү, берекмә ағзаларына соц.‑хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү. ЯС яҙыу­сыларҙың­ съездарын­әҙәбиәт­ һәм­ сәнғәт­ декадалары­ һәм­көндәренәҙә­би­ конкурстарҙы,ижади осрашыуҙарҙы ойоштора һәм үткәрә; йәш яҙыусыларҙың һөнәри һәм ижади үҫешенә ярҙам итә: М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑тына, Юғары әҙәби курстарға, семинарҙарға уҡырға ебәрә, ҡулъяҙмаларҙы һәр яҡлап тикшерә һәм әҫәрҙәрҙе нәшер итеүҙә ярҙам итә; иң яҡшы әҫәрҙәрҙе дәүләт һәм хеҙмәт коллективтары премияларынамаҡ­таулы­ исемдәр­ һәм дәүләт­ наградалары­ биреүгә тәҡдим итә; Милли­ әҙәби музейҙың­ һәм уның филиалдарының эшмәкәрлегенә булышлыҡ итә һ.б. Юғары етәксе органы – съезд (5 йылға 1 тапҡыр), башҡарма органы – рәйес етәкселегендәге идара. ЯС ҡарамағына РФ Әҙәби фондының Башҡ‑н бүлексәһе, проза, шиғриәт, драматургия, балалар әҙәбиәте, сатира һәм юмор, әҙәби тәнҡит, тәржемә секциялары, урыҫ һәм татар телле яҙыусылар берекмәләре инә. ЯС структураһына Стәрлетамаҡ (1984 й. ойошторола), Учалы (1991), Яңауыл (1992), Сибай (1993), Күмертау (1997) яҙыусылар ойошмалары инә. Составында 275 ағза (2017). Идара рәйестәре: А.М.Таһиров (1934 й. алып), Т.Йәнәби (1937), Й.Гәрәй (1937 й. алып), Н.Ҡ.Ҡәрипов (1939 й. алып; 1‑се секретарь), С.Ҡудаш (1941 й. һәм 1943 й. алып), Б.Бикбай (1942– 43 йй.), Ә.И.Харисов (1948 й. алып), М.Кәрим­(1951 й. алып), Н.Нәжми (1962 й. алып), Х.Ғиләжев (1968 й. алып), Ә.М.Мирзаһитов (1973 й. алып), Д.М.Бүләков (1988 й. алып), Р.Т.Бикбаев (1995 й. алып), А.Р. Юл­дашбаев (2011 й. алып), Р.Ғ.Тойғон (2012 й. алып), Н.Ә.Ғәйетбай ­(2014 й. алып), З.А.Әлибаев (2016 й. алып).

Д.Ғүскилдин

Тәрж. ­Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.10.2021