Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СТӘРЛЕТАМАҠ МАШИНАЛАР ЭШЛӘҮ ЗАВОДЫ

Просмотров: 1724

СТӘРЛЕТАМАҠ МАШИНАЛАР ЭШЛӘҮ ЗАВОДЫ. А.х. техникаһы етештергән (30‑ҙан ашыу төр). 1983 й. СССР Оборона министрлығы заказы б‑са үҙйөрөшлө артиллерия ҡулайламаларының яңы серияларын етештереү өсөн төҙөлә [1988 й. тәүге гаубица эшләнә, бөтәһе 300 берәмек эшләп сығарыла; бер үк ваҡытта агросәнәғәт комплексы өсөн продукция сығарыла башлай: һыу әҙерләү ҡулайламалары, бутылка һәм йәшник йыуыу машиналары һ.б.; 1992 й. үҙгәртеп ҡоролған пр‑тие (ҡара: Конверсия) кер йыуыу машиналары, экскаваторҙар, автобустар етештерә башлай], 1998 й. алып ДУП, 2013 й. ябыла. Составына стандарт булмаған ҡорамалдар, тимерлек‑әҙерләү, әҙерләү, механик металл эшкәртеү, штамплау, преслау, термогальваник, ағас эшкәртеү, иретеп йәбештереү- йыйыу производстволары ингән. 2001 й. 1379 кеше эшләгән. Пр‑тие тарафынан урылған баҫыу өсөн сәскестәр, иген таҙартҡыстар, һауа йылытҡыстар, йылытыу ҡаҙандары, һиптергестәр, көнбағыш йыйғыстар һ.б. етештерелгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: