Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӨМӨТБАЕВ Рамаҙан Ғимран улы

Просмотров: 2081

ӨМӨТБАЕВ Рамаҙан Ғимран улы [7.4.1924, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Әлмөхәмәт а. (БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны) – 24.8.1997, Өфө], совет партия-дәүләт эшмәкәре, яҙыусы. Иҡт. ф. канд. (1967). РФ‑тың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1995), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1958). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1989). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑ты эргәһендәге 2 йыллыҡ өлкә партия мәктәбен (Өфө, 1953), Магнитогорск пед. ин‑тын (1954), КПСС ҮК эргәһендәге Ижт. фәндәр акад. (Мәскәү, 1967) тамамлаған. 1947—60 йй. (өҙөклөк м‑н) КПСС‑тың Баймаҡ район ком‑тында эшләй: инструктор, бүлек мөдире, секретарь, 1954 й. алып 2‑се секретарь, 1956 й. — 1‑се секретарь. 1953 й. “Сталин байрағы” (ҡара: “Стерлитамакский рабочий”) гәз. мөхәррире; 1960—65 йй. КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑тында бүлек мөдире. 1967 й. алып БАССР МС‑ы рәйесе урынбаҫары, 1975—81 йй. БАССР‑ҙың Кинофикация б‑са дәүләт ком‑ты рәйесе. Әҫәрҙәре документаллеге, башҡ. халҡының тормошон һәм көнкүрешен колоритлы һүрәтләүе м‑н айырылып тора. “Генерал Күсемов” документаль повесы (1990; урыҫса тәрж.) Советтар Союзы Геройы Т.Т.Күсемов яҙмышына арналған. “Ысыҡтан эйелә ҡылған” (1993), “Һынылыш” (1999) романдарынан торған дилогияһында Октябрь революцияһынан һуңғы ауыл тормошо һүрәтләнә. “Һарығолаҡ” хикәйәһе б‑са ш. уҡ исемле 2 се‑ риялы нәфис фильм төшөрөлә (1990; 1995; реж. Ә.Ә.Нурмөхәмәтов; “Башҡортостан” ДТРК). Тарих, мәҙәниәт ҡомартҡыларын һаҡлау советының респ. Президиумы рәйесе (1966—75). БАССР ЮС‑ының 4—9‑сы саҡырылыш депутаты, БАССР ЮС‑ы Пре‑ зидиумы ағзаһы (1963—67). К.Әхмәтйәнов ис. пр. лауреаты (1993). Ленин (1957), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), “Почёт Билдәһе” (1974) орд. м‑н бүләкләнгән. Әбйәлил р‑нының Әлмөхәмәт урта мәктәбенә, Сибай ҡ. башҡ. лицейына (унда яҙыусының музейы эшләй), Сибай, Баймаҡ ҡҡ., Әбйәлил р‑нының Асҡар, Сиҙәм аа., Баймаҡ р‑нының Мерәҫ а. урамдарына Ө. исеме бирелгән. Өфөлә Ө. йәшәгән йортҡа, Сибайҙа — башҡ. лицейы, Баймаҡта ҡала хакимиәте бинаһына мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған. 2000 й. “Атайсал” гәз. уның ис. пр. булдыра (2001 й. тиклем бирелә; 2005 й. алып Сибай ҡ. хакимиәте тарафынан бирелә) һәм 2005 й. ш. уҡ башҡ. лицейы тарафынан пр. булдырыла.

Ә ҫ ә р ҙ.: Осрашыуҙар — юғалтыуҙар: публицистик очерктар, 1984—1993 йылдарҙағы иҫтәлекле ваҡиғалар. Өфө, 1997; Атлы башҡорт: повесть, хикәйәләр, иҫтәлектәр. Өфө, 2004.

Р.Р.Өмөтбаев

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: