ӨММИ КАМАЛ
ӨММИ КАМАЛ, И с м ә ғ и л (?—1475), төрки суфый шағиры. Ә.Йәсәүи, Баҡырғаниҙың суфыйсылыҡ традицияларына эйәргән. Ө.К. тормошо т‑да тулы мәғлүмәттәр һаҡланмаған. Тикшеренеүселәр уның биографияһын Ҡырым, Кавказ арты, Кесе Азия, ш. уҡ Урал‑Волга буйы м‑н бәйләй. Шағирҙың әҫәрҙәре башҡорттар һәм татарҙар араһында киң тарала. 1884 й. Өфө кешеһе Мөхәммәт Фәтих тарафынан Ҡазанда “Өммикамал китабы” нәшер ителә, китапҡа хикмәттәр, ғәзәлдәр, мәрҫиәләр (бөтәһе яҡынса 6500 юл) индерелгән. Шиғырҙарында тормоштоң мәғәнәһеҙ булыуын раҫлай, донъя рәхәтенән ваз кисергә саҡыра. Әҫәрҙәре ТТӘИ‑нең Ғ.Б.Хөсәйенов ис. ғәрәп графикалы ҡулъяҙмалар һәм иҫке баҫма китаптар фондында, Милли китапхананың һирәк китаптар бүлегендә, Ҡазан, С.‑Петербург архивтарында һаҡлана. Ө.К. поэзияһындағы мотивтар Ш.Зәки, Ә.Ҡарғалы, Мәүлә Ҡолой һ.б. әҫәрҙәрендә үҫеш алған.
Әҙәб.: Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 1‑се т. Өфө, 1990.
Ғ.Б.Хөсәйенов
Тәрж. Ф.С.Фазылова