Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТРОМБОФЛЕБИТ

Просмотров: 898

ТРОМБОФЛЕБИТ, тамыр киңлегендә тромб барлыҡҡа килтереп, ҡан тамырҙары көбө шешеүе. Өҫкө (тире аҫты) һәм тәрән (флеботромбоз) веналар; бала тапҡандан һуңғы, операциянан һуңғы, ҡан тамырҙарының варикоз киңәйеүе ваҡытындағы; үҫә барған (эрерәк ҡан тамырҙарына таралғанда) һәм септик (тромб тарҡалғанда уның ҡалдыҡтарының дөйөм ҡан юлына үтеп инеүе); ҡабатланып торған һәм күсеп йөрөгән; киҫкен һәм хроник Т. айырыла. Башлыса аяҡ һәм кесе янбаштың ҡан тамырҙары зарарлана. Төп симптомдары: ҡан тамырҙарында ауырттырып ҡаты төйөрҙәр барлыҡҡа килеү, тамыр өлкәһендә тире ҡыҙарыу, аяҡтар шешенеү. Үҫеү сәбәптәре: аҫҡы ослоҡта хроник ҡан тамырҙары етешмәүсәнлеге, ҡан тамырҙар көбө зарарланыу, ҡан ағышы әкренәйеү, ҡандың ойоуы, ҡуйылығы артыу һ.б. Үҫешенә оҙайлы түшәк режимы, шеш, йөклөлөк һ.б. булышлыҡ итә. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: үпкә артериялары тромбоэмболияһы, сепсис, трофик сей яралар һ.б. Диагностика өсөн клиник һәм инструменталь (ультратауыш һ.б.) тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау медикаментоз (антикоагулянт, антиагрегант, шешеүгә ҡаршы, флеботоник препараттар), хирургик. Иҫкәртеү: ауырыуҙың үҫеш сәбәптәрен ваҡытында бөтөрөү, йөклөлөк ваҡытында компрессион трикотаж ҡулланыу һ.б. 2000—04 йй. Башҡортостанда Т. м‑н ауырыусанлыҡ уртаса 10 мең кешегә 5,7 кеше тура килә. 20 б. 80‑се йй. алып БДМИ‑ла (ҡара: Медицина университеты) Н.Ғ.Ғатауллин һәм В.В.Плечев етәкс. аҫҡы ослоҡ ҡан тамырҙары Т. булған ауырыуҙарҙың паравазаль күҙәнәкле туҡымаһы тикшерелә, варикоз ауырыуын һәм үҫә барған Т. хирургик дауалау күрһәткестәре һәм кире күрһәткестәре критерийҙары камиллаштырыла (А.И.Шестаков, Р.К.Әғзәмов).

В.В.Плечев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: