Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТЕРМОМЕТР

Просмотров: 1121

ТЕРМОМЕТР (термо... һәм гр. metron — үлсәм), т‑раны үлсәү приборы, уның эшләүе матдәнең физик үҙсәнлектәре (баҫым, күләм, электр ҡаршылығы һ.б.) т‑раға бәйле булыуына нигеҙләнә. Тәғәйенләнеше б‑са — көнкүреш, техник һәм махсус; эшләп торған матдәһенең үҙсәнлеге б‑са киңәйеү (шыйыҡлыҡтың күләме һәм ҡаты есемдәрҙең һыҙыҡса үлсәмдәре үҙгәреүе ҡулланыла), манометрик (эшләп торған матдәнең баҫымы), ҡаршылыҡ (металдарҙың һәм ярымүткәргестәрҙең электр ҡаршылығы), электр (сынйырҙағы термоэлектр йөрөтөү көсө), кварц (пьезокварцтың резонанс йышлығы), оптик (монохроматик һәм төҫ нурланышы) һ.б. Т. айырыла. Төп узелдары — һиҙгер элемент һәм үлсәү приборы. 20 б. 70‑се йй. Башҡорт дәүләт университетында бәләкәй габаритлы (диам. 25—28 мм) скважина Т., ш. иҫ. ВТ, СИГМА, СТАБ Т., уйлап табыу б‑са эштәр башлана; 80‑се йй. дифференциаль т‑ра каналы булған ике каналлы ДСТ Т., муфталарының магнит локаторы һәм акустик шау үлсәү каналдары булған СТМЛ‑ША Т. (А.С.Буевич, В.М.Коханчиков, А.И. Парфёнов), геотермик тикшеренеүҙәр өсөн кварц Т. (Л.Л.Пацков, В.Я. Федотов, Р.К.Яруллин) һ.б. сығарыла; Бөтә Союз нефть промыслалары геофизикаһы ҒТИ м‑н берлектә (Б.З.Бровин, В.В.Труфанов, И.Ә.Фәхриев) СССР‑ҙа тәүге һиҙгерлеге юғары булған бәләкәй габаритлы СТЛ‑28 Т. эшләнә, ул 1981—99 йй. Өфөлә “Эталон” з‑дында етештерелә. 1983 й. алып Геологоразведка скважиналарын геофизик өйрәнеү институтында мәғдән, күмер һәм гидрогеологик скважиналарҙы өйрәнеү өсөн Т. (О.И.Сагалович етәкс.; АКИПС комплексының цифрлы термометрия һәм резистивиметрия модулдәрендә файҙаланыла, эшләү т‑раһы диапазоны ‑5 алып 70°С тиклем), 2000 йй. — ауыш йүнәлешле һәм горизонталь скважиналарҙы өйрәнеү өсөн Т. (А.А.Крысов, Т.С. Мәмлиев; АМК‑НН‑50 комплексы составында; ‑5 алып 120°С тиклем) һәм скважинаны тултырыусы шыйыҡсаның т‑раһын (10—120°С) үлсәү өсөн ЭТС‑10У электр Т. уйлап табыла һәм сығарыла. 2000—05 йй. Нефть техник университетында скважинаның көпшәһе буйындағы баҫымды һәм т‑раны даими контролдә тотоу өсөн СМТ‑4А дистанцион манометр‑Т. (‑15 алып 85°С тиклем); ваҡыт‑ваҡыт күҙәтеп тороу өсөн ПГА‑01 Т. (‑35 алып 125°С тиклем; Ю.Д. Коловертнов, Г.Ю.Коловертнов һ.б.) эшләнә. 1900 й. “Геофизика” ғилми-производство фирмаһы АГАТ‑КСА‑36, Һаҡмар‑А5 һ.б. аппаратуралар составында ҡулланылған цифрлы Т. (Г.А.Белышев, А.С.Әхмәтов); 1998 й. алып “ГЕОТЕХ” производство коммерция фирмаһында (Нефтекама ҡ.; В.П.Волощук, Р.Р.Ғилманов) скважиналарҙы быраулау һәм эксплуатациялау процесында мәғлүмәтте (баҫым м‑н т‑раны) радиоканал б‑са компьютерға ебәреп торған цифрлы автоном Т. һәм манометр‑Т. (баҫым 100 МПа тиклем, ‑40 алып 150°С тиклем) уйлап табыла һәм сығарыла.

Р.А.Вәлиуллин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: