Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮЛСӘҮ ПРИБОРЫ

Просмотров: 1349

ҮЛСӘҮ ПРИБОРЫ, үлсәнелгән физик дәүмәл т‑да күҙәтеүсе тарафынан туранан-тура үҙләштерә алған формалағы һанса мәғлүмәт ингән сигнал булдырыу өсөн тәғәйенләнгән үлсәү сараһы. Тәғәйенләнеше б‑са амперметрҙар, вольтметрҙар, гигрометрҙар, манометрҙар, сығым үлсәгестәр, спидометрҙар, термометрҙар, кимәл үлсәгестәр һ.б.; күрһәткестәре б‑са — аналоглы һәм цифрлы; ҡулланыу характеры б‑са — стационар һәм күсермәле; күрһәтеүсе, теркәүсе (һуңғылары үҙе яҙа торған булырға мөмкин), интегрирлаусы, сағыштырыусы һ.б. төрҙәре айырыла. Башҡортостанда 20 б. 20‑се йй. Өфө Физика институтында илдең уҡыу йорттары, пр‑тиелары өсөн физик приборҙар уйлап сығарыу, әҙерләү һәм ремонтлау б‑са эксперименталь оҫтахана ойошторолған. 50‑се йй. башлап махсуслаштырылған Ү.п. эшләү б‑са тикшеренеүҙәр Авиация техник университетында, Нефть техник университетында һ.б. алып барыла. 50‑се йй. “Кабель” КБ‑нда (ҡара: “Солитон”) элемтә техникаһы өсөн такт йышлығындағы каналдарҙың, йышлыҡ-бүлеү каналдарының тапшырыу системаларының параметрҙарын үлсәй торған СССР‑ҙа тәүге П‑321 ярымүткәргес Ү.п. уйлап сығарылған һәм сериялы етештереү үҙләштерелгән, 60—80‑се йй. каналдары йышлыҡ б‑са бүленгән күп каналлы тапшырыу системаларын эксплуатациялағанда хеҙмәтләндереү өсөн П‑322 Ү.п. комплекты уйлап сығарылған, 1966—67 йй. — 6 Ү.п. торған “Слон” үлсәү комплексы уйлап табылған һәм сериялы етештереү башланған. 1956—93 йй. Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе пассажирҙар, транспорт һәм еңел самолёттар өсөн Ү.п. сығарған, 90‑сы йй. алып электр энергияһы (статик) һәм һыу иҫәпләү счётчиктарын етештерә. 80‑се йй. алып “Геофизика” ААЙ эшләгән нефть‑газ скважиналарын гидродинамик тикшереү өсөн Ү.п. етештерә, “Нефтеавтоматика” ААЙ 1989 й. алып нефть сығарыу һәм нефть эшкәртеү пр- тиеларының технологик ҡулайламаларында нефть һәм нефть продукттары күләмен үлсәй торған нефть счётчиктары (турбиналы), 1992 й. — төрлө шыйыҡ продукттарҙың кимәлен һәм күп фазалы шыйыҡсаларҙың (нефть‑эмульсия-һыу) мөхиттәре араһы сиген контролдә тотоу өсөн төрлө кимәл үлсәгестәр (улар нефтте әҙерләү, һаҡлау һәм эшкәртеү объекттарында, нефть һурҙырыу станцияларында һ.б. ҡулланыла) сығара. Шулай уҡ ҡара: Үлсәү, Алыҫлыҡты үлсәгес.

В.С.Фетисов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019