Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПРОГРАММАЛАУ ТЕХНОЛОГИЯЛАРЫ

Просмотров: 885

ПРОГРАММАЛАУ ТЕХНОЛОГИЯЛАРЫ, программа м‑н тәьмин итеү системаһын булдырыу процестары йыйылмаһы, ш. уҡ был процестарҙы тасуирлау; программалауҙың технологик процестарын өйрәнгән фән. Ысулдарына, сараларына һәм процедураларына ҡарап программа м‑н тәьмин итеүҙең шарлауыҡ (бер тапҡыр үтеү, мәҫ., каскад моделе), инкремент (экстремаль программалау) һәм эволюцион (спираль кеүек модель) стратегияларын айыралар. Парадигма б‑са түбәндәге технологияларҙы айыралар: структур (база технологияһы, ш. иҫ. модулле), объекттарға йүнәлтелгән, параллель һәм эҙмә‑эҙ программалау. Ҡайһы берҙә П.т. конкрет программалау телендә программа м‑н тәьмин итеү процесы итеп ҡарайҙар. Башҡортостанда 20 б. 70‑се йй. алып “Нефтеавтоматика” ААЙ‑нда нефть‑газ сығарыу тармағын автоматлаштырыу өсөн программалауҙың каскад һәм эволюцион стратегиялрын, ш. уҡ башҡа стратегия элементтарын ҡулланалар; заказсының талаптарын үтәү, индерелгән версияларҙы оҙатып барыу һәм яңыртыу өсөн структур технологияға ярашлы модулле программалауҙы һәм версияларҙы контролдә тотоу һәм хаталарҙы күҙәтеү системаһын файҙаланалар. Механика институтында “Транснефть” ААЙ өсөн программа м‑н тәьмин итеү эштәрен башҡарғанда структур программалау технологиялары ҡулланыла. 90‑cы йй. башынан П.т. б‑са белгестәр әҙерләү Авиация техник университетында (объекттарға йүнәлтелгән һәм структур программалау, программа м‑н тәьмин итеүҙе, төҙөү стратегияһының йәшәү циклы моделен әҙерләүҙе үҙ эсенә ала), Башҡорт дәүләт университетында (параллель программалау; сигналдарҙы һәм һүрәттәрҙе цифрлы эшкәртеү, мәғлүмәттәр базаһы м‑н идара итеү өсөн программа саралары эшләнгән), Нефть техник университетында (программа м‑н тәьмин итеү системаһын эшләү технологиялары) һәм уның Октябрьский ҡ. филиалында (объекттарға йүнәлтел‑ гән, структур программалау, нефть сығарыу технологик процестарының виртуаль аналогтарын төҙөү) алып барыла.

С.Ю.Лукащук, К.И.Михайленко

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: