Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПРОГРАММАЛАУ

Просмотров: 1182

ПРОГРАММАЛАУ, 1) махсус (ғилми, инженерлыҡ һ.б.) мәсьәләләрҙе хәл итеү операциялары тәртибен һүрәтләү процесы; 2) ғәмәли математиканың программаларҙы төҙөү, уларҙы тикшереү һәм яҡшыртыу алымдарын өйрәнгән өлкәһе; теоретик, системалы, ғәмәли П. һ.б. бүленә. Компьютер П. (мәғлүмәтте автоматик рәүештә компьютерҙа эшкәртеү) айыралар. П. стадиялары: проектлау, кодлау (программа төҙөү), тест үткәреү (хаталарҙы эҙләү) һәм көйләү (хаталарҙы бөтөрөү). П. үҫеше электрон хисаплау машиналарының барлыҡҡа килеүе м‑н бәйле. П. ысулдарын һәм моделдәрен пр‑тиеның производство программаһын төҙөгәндә, уны башҡарыусыларға бүлеп биргәндә, идара иткәндә һ.б. ҡулланалар. 1973 й. БР‑ҙың Төҙөлөш комплексы ғилми‑тикшеренеү, проект‑конструкторлыҡ һәм етештереү ин‑тында (Б.М.Магид, А.Е.Полевой, В.К.Яковлев) сәнәғәт комплекстарын төҙөү м‑н оператив идара итеү, төҙөлөш ойошмаларындағы эш күләмен планлаштырыу һ.б., етештереү процестарының техник‑иҡт. күрһәткестәрен оптималләштереү мәсьәләләрен хәл итеү өсөн хисаплау техникаһы секторы ойошторолған; нефтехимия тармағында ҙур комплекстарҙы сафҡа индергәндә төҙөлөш‑монтаж эштәренең барышы м‑н идара итеү б‑са программалар пакеты эшләнгән. 70‑се йй. алып “Нефтеавтоматика” ААЙ‑нда нефть, газды сығарыу, әҙерләү, ташыуҙың технологик процестары м‑н диспетчер аша идара итеү, нефттең, газдың, нефть продукттарының күләмен һәм сифатын билдәләү өсөн (Э.И.Глушков, Ю.А.Солин һ.б.) программалар эшләнә; 2001– 09 йй. производство фондтары м‑н идара итеү программалары, углеводород сеймалын мониторингылау һәм иҫәпкә алыу, электр энергияһын тотоноуҙы, сеймал һәм электр энергияһы балансын сығарыу, технологик процестар м‑н автоматлаштырылған идара итеү системаларын мониторингылау, тапшырылыусы параметрҙарҙы контролдә тотоу өсөн (П.Г.Гурин, Ю.И.Зозуля, И.Д.Кизина, А.Б.Петров һ.б.); үткәргес торбаларҙағы тишектәрҙе табыу өсөн (В.Г.Бронников, Глушков һ.б.) программалар эшләнгән; 2004 й. алып программаларҙың функциональ мөмкинлектәрен киңәйтеү, уларҙың моделдәрен әҙерләүҙең, унификациялауҙың, стандартлаштырыуҙың яңы ысулдарын ҡулланыу б‑са эштәр алып барыла (Кизина). БДУ‑ла 1990–2000 йй. сигналдарҙы цифрлы эшкәртеүҙең автоматлаштырылған системаларын төҙөү һәм П. б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелгән (С.С. Гоц). СДПА‑ла 1994–2008 йй. каталитик процестарҙың компьютер моделдәрен әҙерләү һәм улар м‑н оптималь идара итеү мәсьәләһе сығарылыштарының ҡатнаш алгоритмдары эшләнгән (С.А.Мостафина). ӨДАТУ‑ла газ турбиналы, ракеталы, эске яныулы һәм ҡатнаш двигателдәрҙең, энергия ҡулайламаларының, идара итеү системаларының һ.б. имитация моделдәрен әҙерләү системаларын төҙөү һәм төҙәтеү мөмкинлеген биргән универсаль программа‑“көплөк” эшләнгән (А.М.Әхмәтйәнов, Д.Г.Кожинов, И.А.Кривошеев һ.б.); Фабри‑Пероның сүсле‑оптик элемтә линияларындағы интерферометрҙар композицияһы тотҡарлыҡтарының спектраль характеристикаларын (А.Х.Солтанов, И.Л. Виноградова), телекоммуникацияларҙың синхрон системалары өсөн селтәр элементтары аппараттарының ресурсын һәм эшләү осоро күрһәткестәрен иҫәпләү (Виноградова, Солтанов, И.Ә.Шәрифғәлиев), һыуҙың һәм һыу парының термодинамик үҙсәнлектәрен (Ф.Ғ.Бәкеров), турбина параметрҙары (Н.К.Капустин), металл изделиеларҙы йылытыу мейестәре эшләгән ваҡытта конвекция һәм нурланышлы йылылыҡ алмашыныуын (Н.М.Цирельман), йылылыҡ физикаһы эксперименты теорияһы һәм техникаһы б‑са экспериментты планлаштырғанда, лаб. эштәр үткәргәндә параметрҙарҙы оптималләштереүҙе (В.Н. Кружков), дискрет производствоны техник яҡтан әҙерләүҙе һәм оператив идара итеүҙе автоматлаштырыуҙы (К.С. Кульга) иҫәпләү программалары эшләнгән. ӨДНТУ‑ла (Е.С.Белозёров, В.Ф.Ғәлиәкбәров, Р.Р.Ғәниев, А.Г. Шамаев һ.б.) нефть‑газ ятҡылыҡтарын тикшереү өсөн “ИС‑Прогноз” программаһы төҙөлгән, уның ярҙамында геотехник параметрҙар комплексының скважиналарҙың сифат күрһәткестәренә (нефть биреүсәнлек, дебит, һыу йотоу һ.б.) тәьҫир итеүенең йә‑ шерен законлыҡтарын асыҡлау, ш. уҡ скважиналарҙы техник‑иҡт. күрһәткестәр арауығында классификациялау өсөн 20‑нән ашыу ятҡылыҡ өйрәнелгән. Механика ин‑тында һыу аҫтында магистраль үткәргес торбаларҙы ауыш быраулау ысулы м‑н төҙөгәндә быраулау колоннаһының ныҡлығын (Р.М.Богданов, Д.М.Зарипов, С.В. Лукин), оптималлектең һайлап алынған критерийҙарында магистраль үткәргес торбаларҙың эш режимдарын (Богданов, Лукин) иҫәпләү өсөн, туйынған күҙәнәкле мөхиттәрҙә баҫым импульстары эволюцияһының параметрҙарын (Лукин, С.Ф.Урманчеев һ.б.), нефтте үткәргес торбалар б‑са күсергәндә электр энергияһын файҙаланыуҙың эффектлылығын билдәләү һ.б. б‑са программалар (Программалар реестрына теркәлгән) эшләнгән.

Әҙәб.: Г о ц С.С. Основы построения и программирования автоматизированных систем цифровой обработки сигналов. Уфа, 2004.

Ю.С.Кабальнов, И.Д.Кизина

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019