Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“МЕҢ ДӘ БЕР КИСӘ”, әкиәттәр йыйынтығы

Просмотров: 772

“МЕҢ ДӘ БЕР КИСӘ”, урта быуат ғәрәп әҙәбиәте ҡомартҡыһы, әкиәттәр йыйынтығы. “М.д.б.к.” тарихтарының йөкмәткеһе, стиле бер төрлө түгел, улар ғәрәп, иран, һинд фольклорына барып тоташа. Йыйынтыҡ яҡынса 14—16 бб. Мысырҙа ижад ителгән. Ҡомартҡының сюжет һыҙығында Шәһрийәр хаким һәм уның вәзиренең Шәһрезада исемле бик зирәк ҡыҙы т‑да һүҙ бара. Тәүге ҡатынының хыянатын белеп ҡалғас, Шәһрийәр көн һайын яңы ҡатын ала һәм иртәгәһе көндөң таңында уны язаға тарттыра. Уның сираттағы кәләше Шәһрезада һәр төн Шәһрийәргә мауыҡтырғыс әкиәт һөйләй башлай ҙа, таң алдынан иң ҡыҙыҡ урында туҡтала. Ул мөғжизәле әкиәттәрен 1001 төн буйына һөйләй һәм шулай итеп язанан имен ҡотола. “М.д.б.к.” әкиәттәре бөтә донъяға тарала һәм Азия м‑н Европа халыҡтарының яҙма әҙәбиәтенә, фольклорына ҙур йоғонто яһай. Байтаҡ башҡ. әкиәттәре “М.д.б.к.” сюжеттарына, мәҫ., “Көтөүсе батша” әкиәте — “Батша менән фәрештә тураһындағы хикәйә”гә, “Итексе” — “Балыҡсы тураһында әкиәт”кә, “Өс икмәк” — “Иемен солтан һәм уның өс улының тарихы”на, “Хәтирә” “Әли баба, ҡырҡ юлбаҫар һәм ҡол Мәржәнә тураһында хикәйә”гә нигеҙләнә. “М.д.б.к.” хикәйәләренең айырым эпизодтары “Бәдегөльямал менән Сәйфелмөлөк”, “Дандан батыр”, “Сәлимйән” һ.б. башҡ. әкиәттәрендә сағылыш тапҡан. “М.д.б.к.” 1897— 99 йй. Ҡазанда татар телендә 6 томда баҫылып сығыуы уның башҡорттар араһында таралыуына булышлыҡ итә. “М.д.б.к.” Ғ.Ғ.Байбурин м‑н Ә.М.Сөләймәнов тарафынан башҡ. теленә тәржемә ителгән бер нисә әкиәте “Мең дә бер кисә” (1984) китабына индерелә. Ф.Ә.Иҫәнғолов тәржемәһендә “Сәйәхәтсе Синдбад тураһында әкиәт” (1983) китабы баҫылып сыға.

Г.Р.Хөсәйенова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019