Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРАЛ БАТЫР, эпос

Просмотров: 6285

“УРАЛ БАТЫР”, башҡ. ауыҙ‑тел ижады ҡомартҡыһы, эпос. Төп версияһы (шиғри‑сәсмә формала) 1910 й. М.А.Буранғолов тарафынан Ғәбит сәсәндән һәм Х.Х.Әлмөхәмәтовтан яҙып алынған. “У.б.” проза версияһы Ә.И.Харисов тарафынан теркәлгән. Эпоста ваҡиғалар ҡәҙимге кеше мөмкинселектәренән өҫтөнөрәк һәләткә эйә булған геройҙар изге йәки яуыз эштәр ҡылған фантастик донъяла бара. “У.б.” изгелек һәм яуызлыҡ темаһы м‑н органик үрелеп барған йәшәү һәм үлем, үлемһеҙлек темаһы төп урынды биләй. Композицион яҡтан 3 быуын батырҙарҙы һүрәтләгән бер нисә өлөштән тора. Инеш өлөштә Бөтә донъяны һыу баҫыу, тәүге кешеләр — Йәнбирҙе һәм Йәнбикә, уларҙың Урал батыр һәм Шүлгән исемле улдарының донъяға килеүе т‑да һөйләнелә. Эпоста боронғо кешеләрҙең дуалистик ҡараштарына нигеҙләнгән игеҙәк архаик мифтарҙың шауҡымы һаҡланған. Шүлгән м‑н Урал игеҙәк түгел, әммә уларҙың ҡылыҡтары һәм эштәре ниндәйҙер кимәлдә башҡа халыҡтарҙың мифтарындағы һәм эпик хикәйәләрендәге игеҙәктәрҙең образдарына, ҡыланыштарына оҡшаш. Үлемдең кешенән көслөрәк икәнен белгәс, Урал батыр м‑н Шүлгән һыуы кешене һәм Тәбиғәтте үлемһеҙ иткән Йәншишмәне эҙләргә сығып китәләр. Туғандар араһында өйҙә үк башланған ҡаршылыҡ тере һыу артынан булған сәйәхәттә үҙенең артабанғы үҫешен ала: мәкерле Шүлгән ҡот осҡос ҡара көстәр м‑н һүҙ ҡуйыша, Яуызлыҡ һәм Ҡараңғылыҡ яғына сыға, Урал Яҡтылыҡ һәм Изгелек донъяһының яҡлаусыһы һәм хакимы булып китә, ул Аҡбуҙат һәм Һомай ярҙамында тере һыуҙы таба һәм Тәбиғәткә үлемһеҙлек бүләк итә. Әҫәрҙә Урал батырҙың героик эштәрен тасуирлау үҙәк урынды алып тора. Беренсе өлөшө уның Ҡатил илендәге батырлыҡтарына, икенсеһе – Ҡәһҡәһә батшалығындағы имәнес заттар м‑н көрәшкә арналған, артабанғы өлөшөндә батыр кешеләрҙе, ҡоштарҙы һәм хайуандарҙы ҡотҡарыу өсөн Әзрәҡә һәм уның күп һанлы дейеүҙәре м‑н көрәшә. Һуңғы өлөштә Уралдың Ҡәһҡәһәне еңеүе, уның ҡалған дейеүҙәр һәм Шүлгән м‑н алышы, ерҙәге кешеләрҙең киләсәге өсөн үҙен ҡорбан иткән Уралдың үлеме; ш. уҡ уның улдарының (Яйыҡ, Нөгөш, Иҙел) һәм Шүлгәндең улының (Һаҡмар) батырлыҡтары т‑да хикәйәләнә. Фәлс. планда үлемдең ҡотолғоһоҙ булыуы, кәрәклеге т‑да фекер бирелә. Мәңге йәшәргә дусар ителгән ҡарттың һүҙҙәре һәм Урал батырҙың үлер алдынан әйткән васыяты үлемһеҙлектең ысын мәғәнәһен аса (кешеләр физик яҡтан түгел, ә изге эштәре м‑н үлемһеҙ). Эпоста “тәүге заттар”, Ғаләмдең трихотомик варианттағы космик моделе – һауа, ер һәм ер аҫты (һыу аҫты) донъялары, донъя тауы, мәҙәни геройҙарҙың донъя төҙөлөшөндәге роле һ.б. т‑дағы боронғо күҙаллауҙар сағылған; антропоморфизм сағыу бирелгән: Ҡояш м‑н Ай ҡоштар батшаһы Самрауҙың кәләштәре итеп һүрәтләнгән, уның ҡыҙҙары Һомай һәм Айһылыу үҙҙәренең ҡиәфәтен үҙгәртеп һылыу ҡыҙҙарға әүерелә ала; ҡоштар, хайуандар, демонологик йән эйәләре кеше телмәрен белә. Кешеләрҙең ата‑бабалары рухына, Һауа‑Тәңрегә һ. б. аллаларға (ҡара: Ата‑бабалар культы, Тәңрелек) кешеләрҙе ҡорбан килтереү мотивтары бик боронғо. “У.б.” ҡайһы бер образдары һәм мотивтары башҡа башҡ. эпостарында ла осрай (“Ҡара юрға”, “Ҡуңыр буға”, “Иҙеүкәй менән Мораҙым”, “Юлай менән Салауат”), “Аҡбуҙат” эпосы “У.б.” логик дауамы булып тора. Эпостың байтаҡ образдары һәм мотивтары башҡа халыҡтарҙың эпик хикәйәләре образдары һәм мотивтары м‑н ауаздаш (“Авеста”, Гилгәмеш һ.б. т‑дағы эпос). “У.б.” машинкала баҫылған тексы Ғилми архивта һаҡлана. Әҫәр урыҫ, инглиз, абхаз, төрөк, сыуаш, иврит телдәренә тәржемә ителгән. А.Р.Абдуллиндың “Мәҙәниәт һәм символ” (“Культура и символ”; 1999), Г.Һ.Бохарованың «Башҡорт халыҡ эпосы “Урал батыр” — когнитив‑дискурсив һәм концептуаль анализ» («Башкирский народный эпос “Урал‑батыр” — когнитивно‑дискурсивный и концептуальный анализ»; 2009), В.Г.Котовтың «Башҡорт эпосы “Урал батыр”: тарихи-мифологик нигеҙҙәре» («Башкирский эпос “Урал‑батыр”: историко‑мифологические основы»; 2006), Ш.Р.Шәкүрованың «Башҡорт халыҡ эпосы “Урал батыр”: архив тәү сығанағы һәм уға текстологик анализ» («Башкирский народный эпос “Урал‑батыр”: архивный первоисточник и его текстологический анализ»; 2007) һ.б. хеҙмәттәре “У.б.” эпосын тикшереүгә арналған. 1995 й., 2003 й., 2010 й., 2011 й. “У.б.” арналған конф. үткәрелә. РФА Өфө ФҮ- нең ТТӘИ тарафынан «“Урал батыр” ҡобайырҙар циклын ЮНЕСКО‑ның кешелектең матди булмаған мәҙәни мираҫы исемлегенә индерер өсөн досьеға материалдар» әҙерләнгән (2013). 1997 й. алып Респ. йәш башҡарыусыларҙың эпосты һөйләү конкурсы үткәрелә. Эпос мотивтары б‑са Ҡурсаҡ театрында “Сәсән йыры”, БАДТ‑ла “Урал батыр” (икеһе лә – Ғ.Ғ.Шафиҡов инсценировкаһында) һ.б. спектаклдәр ҡуйыла.

Әҙәб.: С ә ғ и т о в М.М. Боронғо башҡорт ҡобайырҙары. Өфө, 1987; Башкирский народный эпос. М., 1977; Урал батыр: башҡорт халыҡ ҡобайыры=Урал-батыр: башкирский народный эпос=Ural-batur: bashkort Folk Epic. Өфө, 2005.

Ф.А.Нәҙершина

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 19.02.2021