Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УНИВЕРСИТЕТТАР

Просмотров: 1172

УНИВЕРСИТЕТТАР (лат. universitas — йыйылма), әҙерлек йүнәлештәренең (һөнәрҙәрҙең) киң спектры б‑са юғары белем һәм вуздан һуң проф. белем биреү программаларын тормошҡа ашырған юғары ғилми уҡыу йорттары; юғары квалификациялы хеҙм‑рҙәрҙе, ғилми һәм ғилми‑пед. хеҙм‑рҙәрҙе әҙерләй, яңынан әҙерләй һәм (йәки) уларҙың квалификацияһын күтәрә; фундаменталь һәм ғәмәли фәнни тикшеренеүҙәр алып бара. У. төп ғилми һәм методик үҙәк булып тора. РФ Президенты ҡарары м‑н РФ Хөкүмәте тарафынан ш. уҡ авт. учреждениелар формаһында, ш. иҫ. дәүләт юғары уҡыу йорттары, ғилми ойошмалар, дәүләт фәндәр академиялары һәм уларҙың төбәк бүлексәләре базаһында Федераль У. ойошторола; улар фән, мәғариф һәм производство интеграцияһын һ.б. тәьмин итә. Белем биреү программаларын һөҙөмтәле тормошҡа ашырған, фундаменталь һәм ғәмәли фәнни тикшеренеүҙәр алып барған У. РФ Хөкүмәте тарафынан конкурс һөҙөмтәләре б‑са 10 йылға “милли тикшеренеү университеты” категорияһы бирелә ала. Вуздың ғилми советы ҡарары нигеҙендә У. составына филиалдар, вәкиллектәр, ин‑ттар, ғилми‑тикшеренеү ин‑ттары, КБ, колледждар, лицейҙар һ.б., аспирантура (адъюнктура), интернатура, ординатура, докторантура, уҡыуҙан тыш, тәрбиә эше һәм өҫтәлмә проф. белем биреү бүлексәләре, әҙерлек бүлектәре һәм курстары, производство һәм соц. инфраструктура объекттары һ.б. инергә мөмкин. У. тарихы Урта быуаттар осоронан башлана: У. статусын алған тәүге юғары мәктәп (1158) Италияла барлыҡҡа килә. Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып Академия (1725—66, С.‑Петербург) һәм Мәскәү (1755 й. алып) У. ойошторола. Башҡортостанда 1957 й. Тимирязев К.А. исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты базаһында Башҡорт дәүләт университеты асыла. Авиация техник университеты, Аграр университет, Медицина университеты, Нефть техник университеты, Педагогия университеты, Рәсәй ислам университеты, ш. уҡ Магнитогорск техник университеты, Мәскәү технологиялар һәм идара итеү университеты, Рәсәй иҡтисад университеты, Урал дәүләт физик культура университеты, Һамар дәүләт архитектура‑төҙөлөш университеты, Һамар дәүләт тимер юлдар университеты, Ырымбур дәүләт университеты филиалдары һ.б. эшләй.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: