Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТЕТРАЭТИЛСВИНЕЦ

Просмотров: 1215

ТЕТРАЭТИЛСВИНЕЦ, 2Н5)4Рb. Төҫһөҙ, уртаса осоусан шыйыҡса, парҙары аҙ концентрацияла татлы емеш‑еләк еҫле, күп концентрацияла насар еҫле; t иреү ‑130°С, t ҡайнау 80°С (т.б. б‑са 13 мм), тығыҙлығы 1650 кг/м3; һыуҙа эремәй, органик эреткестәр м‑н ҡушыла. Бүлмә т‑раһында яй, яҡтыла һәм 100°С юғарыраҡ йылытҡанда ҡурғаш (окисҡа тиклем окислана) һәм углеводородтар барлыҡҡа килтереп шәберәк тарҡала. Органик к‑талар тәьҫирендә 1, галоген, галогеноводород тәьҫирендә 1 йәки 2 этил төркөмдәре айыра. Вегетатив ҡаҡшауҙарға, интоксикацион психозға килтерә, ПДК‑һы 0,005 мг/м3. Сәнәғәттә Т. хлорлы этил һәм ҡурғаш иретмәһен катализаторҙар (аминдар, бутилхлорид һ.б.) ҡатнашлығында автоклавта йылытҡанда натрий м‑н үҙ‑ара тәьҫир итештереп; тетрагидрофурандың 60%‑лы һыу эретмәһендә йәки 40%‑лы триэтиленгликольбензил эфирында таралыусы ҡурғаш анодында этилмагнийгалогенидтарҙы электролизлап алына. Т. башлыса этил шыйыҡлығы составында карбюраторлы эске яныулы двигателдәрҙең мотор яғыулығы антидетонаторы итеп ҡулланыла; ш. уҡ олефин, винилхлорид һәм акрилонитрил полимеризацияһының, сульфохлорлау һәм хлорлау реакцияларының, анилин һәм ацетилендан индол синтезлауҙың катализаторы сифатында; составында көкөрт булған майлағыс майҙарға ҡушымта сифатында файҙаланыла. СССР‑ҙа 1942 й. ленд‑лиз б‑са автомобилдәрҙең һәм самолёттарҙың тәүге партияһын алғандан һуң Т. бензин антидетонаторы булараҡ ҡулланыла башлай. Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында этилирланған авиация, 60‑сы йй. этилирланған автомобиль бензины сығарыла. 70—90‑сы йй. М.Ә.Таңатаров етәкс. ӨНИ‑лә (К.Ғ.Әбделминев, А.Ф.Әхмәтов һ.б.) бензиндан ҡурғашты макс. бөтөрөү б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә; этилирланмаған бензин алыу технологияһы уйлап табыла һәм Красноводск (Төркмәнстан), Яңы Өфө, Одесса, Фирғәнә НЭЗ‑дарында индерелә. 1997 й. БР‑ҙа этилирланған автомобиль бензинын файҙаланыуҙан баш тарталар, 2003 й. алып РФ‑та уны ҡулланыу тыйыла.

Н.В.Давиденко

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: