Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГАСТЕЛЛО Н.Ф. ИСЕМЕНДӘГЕ СТАДИОН

Просмотров: 1274

ГАСТЕЛЛО Н.Ф. ИСЕМЕНДӘГЕ СТАДИОН, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенә ҡарай. Өфөлә урынлашҡан. 1939 й. ӨМЭЗ пр‑тиеһының “Крылья Советов” стадионы булараҡ асыла, 1947 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Футбол майҙаны (100х70 м), еңел атлетика өсөн йүгереү юлы (400 м), оҙонлоҡҡа һикереү өсөн 3 сектор, трибуналар (6500 урын), атлетик гимнастика (27х5 м), бокс (18х9 м), көрәш (18х9 м) залдары һ.б. бар (ҡара: Гастелло Н.Ф. исемендәге спорт клубы). 1948—59 йй. стадионда РСФСР беренселектәре, 1977—91 йй. 2‑се лига СССР чемпионаттары, Гастелло спорт клубы һәм ГДР‑ҙың “Хеми” (Галле ҡ., 1981), Польшаның “Мотор” (Прашка ҡ., 1990) командалары араһында футбол б‑са халыҡ-ара иптәштәрсә матчтар үткәрелә; йыл һайын еңел атлетика б‑са Р.Ә.Мөниров (1992 й. алып), грек-рим көрәше б‑са Р.Х.Ғәниев (1998 й. алып), бокс б‑са Н.И.Митькин (1999 й. алып), теннис б‑са В.П.Лесунов (2005 й. алып), пуля менән атыу б‑са К.И.Золотарёв (2006 й. алып) һ.б. иҫтәлегенә респ. ярыштары, 2011 й. башлап М.А.Ферин иҫтәлегенә бокс б‑са Бөтә Рәсәй турниры (1997—2010 йй. “Мотор эшләүсе” мәҙәниәт һарайында уҙғарыла) үткәрелә.

А.М.Фёдоров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019