Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТИМОФЕЕВ Борис Михайлович

Просмотров: 1304

ТИМОФЕЕВ Борис Михайлович (21.11.1967, Өфө ҡ.), спортсы. Шайбалы хоккей буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1993). ӨДАТУ‑ны тамамлаған (1993). Салауат Юлаев СДЮСШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Ю.П.Гомоляко). “Авангард” (Өфө ҡ.; 1989 й. алып) һәм Салауат Юлаев (1991—2000; тренеры Р.Ғ.Ишмәтов) командаларында уйнай. Халыҡ‑ара хоккей федерацияһы Кубогын яулаусы (1994), Милләт‑ара хоккей лигаһы (1995—96) һәм Рәсәй (1997) чемпионаттарының бронза призёры, “Известия” (“Хәбәрҙәр”) гәзите призына халыҡ‑ара турнир еңеүсеһе (1992). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1992—94).

Тәрж. М.Н.Моратшина 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 11.05.2023