Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СУРТАНДЫ ТОРАЛАРЫ

Просмотров: 885

СУРТАНДЫ ТОРАЛАРЫ, мезолитэнеолит осоро археологик ҡомартҡылары. Әбйәлил р‑ны Һамар а. көньяҡ‑көнбайышҡа табан 1–1,5 км алыҫлыҡта Суртанды күле буйында урынлашҡан. 1961 й. Г.Н.Матюшин тарафынан асыла һәм өйрәнелә. С.т.II энеолит осорона ҡарай (төньяҡ‑көнбайыш ярҙа). 1961 й., 1967 й. тикшерелә. 24 м2 ер ҡаҙылған. Таш әйберҙәр һәм керамика ярсыҡтары табылған. С.т.III неолит, энеолит осоро (төньяҡ‑көнбайыш ярҙа). 1963 й., 1967 й. өйрәнелә. 24 м2 ер ҡаҙылған. Саҡматаш әйберҙәр һәм һауыт‑һаба ярсыҡтары табылған. С.т.VI – мезолит, энеолит осоро (көньяҡ‑көнбайыш ярҙа). 1961 й., 1963 й., 1967 й. тикшерелә. 72 м2 ер ҡаҙылған. 27480 таш әйбер һәм керамика ярсығы табылған. С.т.VII – мезолит–энеолит осоро (көньяҡ‑көнбайыш ярҙа). 1961 й., 1967—68 йй. тикшерелә. 88 м2 ер ҡаҙылған. Мезолит осоро ҡатламында – геом. микролиттар; неолитта – һыҙып эшләнгән биҙәкле керамика ярсыҡтары; энеолитта тешле штамп баҫып төшөрөлгән геом. биҙәкле һауыт‑һаба, ике яғы ла эшкәртелгән таш әйберҙәр табылған. С.т.VIII – энеолит осоро (көньяҡ‑көнбайыш ярҙа). 1961 й., 1967–68 йй. өйрәнелә. 440 м2 ер ҡаҙылған. Усаҡлы 6 торлаҡ соҡоро (майҙаны 30–32 м2), бағана конструкция ҡалдыҡтары табылған (торлаҡтарҙа тамбур, һикеләр булған, тип фараз ителә). Керамика тальк һәм балсыҡ ҡушып эшләнгән, тешле штамп баҫып төшөрөлгән геом. биҙәкле йомортҡа формаһындағы һауыттарҙан ғибәрәт. Саҡматаш һәм йәшмәнән эшләнгән 34165 әйбер (бысаҡ, ҡырғыс, бысаҡ рәүешендәге пластина, ярғыстар), баҡырҙан яһалған 3 пластина, ҡойолма, ҡармаҡ рәүешендә бөгөлгән тимерсыбыҡ, хайуан (ат, һыйыр малы, ваҡ мал) һөйәктәре табылған. Халҡы һунар, балыҡсылыҡ, малсылыҡ м‑н шөғөлләнгән. Ҡомартҡы материалдары Суртанды мәҙәниәтен билдәләү өсөн эталон иҫәпләнә.

Ю.А.Морозов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: