Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СТАРЦЕВ Александр Петрович

Просмотров: 913

СТАРЦЕВ Александр Петрович (21.10.1922, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Монастырь Дыуанайҙары а., хәҙер БР‑ҙың Бөрө районы Старцин а., — 9.4.2008, Пермь ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Кесе командирҙар мәктәбен тамамлаған. 1936 й. алып Бөрө районында эшләй. 1941 й. башлап Совет армияһында. 1942 й. майынан Воронеж фронтында хеҙмәт итә. Герой исеменә 6‑сы гвардия армияһының 51‑се гвардия уҡсылар дивизияһы 122‑се гвардия артиллерия полкының орудие тоҫҡаусыһы кесе сержант С. 1943 й. 6—7 июлендә Белгород өлкәһе Яковлево а. янындағы алышта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1947) Пермь ҡ. эшләй. Ленин (1943), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары менән бүләкләнгән. Бөрө ҡ. Мемориаль комплекс территорияһында С. һәйкәл ҡуйылған, уның исеме менән урам аталған, Бөрө районының Калинники урта мәктәбенә С. исеме бирелгән, бинаһына иҫтәлекле таҡта ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 19.01.2023