Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СУХАНОВ Николай Иванович

Просмотров: 922

СУХАНОВ Николай Иванович (1918, Стәрлетамаҡ ҡ. — 31.5.1944, Яссы ҡ. янында, Румыния), Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Стәрлетамаҡ тимер юл ст. эшләгән. 1942 й. октябренән алып Воронеж, Ялан һәм 2‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 52‑се армия 373‑сө уҡсылар дивизияһы 243‑сө айырым танкыға ҡаршы истребитель дивизионының танкыға ҡаршы ҡорал ротаһының отделение командиры өлкән сержант С. 1944 й. 31 майында Яссы ҡ. янындағы алышта күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин ордены менән бүләкләнгән (1945). С. исеме Стәрлетамаҡ ҡ. урамға һәм 33‑сө урта мәктәпкә бирелгән, уға һәйкәл ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 01.09.2023