Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СУХОРУКОВ Алексей Яковлевич

Просмотров: 818

СУХОРУКОВ Алексей Яковлевич (20.7.1916, Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Преображеновка а. (БР‑ҙың Стәрлетамаҡ районы) — 20.2.1973, Салауат ҡ.), майор. Советтар Союзы Геройы (1943). 1939—40 йй. совет‑финлянд һуғышында, 1940 й. Бессарабияла һәм Төньяҡ Буковинала хәрби хәрәкәттәрҙә һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Юғары офицерҙар артиллерия мәктәбен (1945), ЭЭМ‑дың сәйәси училищеһын (1955; икеһе лә — Ленинград ҡ.) тамамлаған. Стәрлетамаҡ районының “Ҡорос” колхозында эшләгән. 1937 й. алып Совет армияһында. 1941 й. июненән Көньяҡ, Брянск, Белоруссия һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 65‑се армияның 41‑се айырым танкыға ҡаршы истребитель артиллерия бригадаһы 1958‑се танкыға ҡаршы истребитель артиллерия полкының батарея командиры өлкән лейтенант С. 1943 й. 18 ноябрендә Белорус ССР‑ының Короватичи а. янындағы алышта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1947) ВКП(б)‑ның Стәрлетамаҡ район комитетында, ЭЭМ органдарында, 1956 й. башлап Салауат техник быяла заводында эшләй. Ленин (1943), Ҡыҙыл Байраҡ (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943, 1944) ордендары менән бүләкләнгән. С. исеме Салауат ҡ. урамға бирелгән, ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ, Стәрлетамаҡ ҡ. һәм Преображеновка а. уға бюст ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 06.09.2022