Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТРУШКОВ Илья Фёдорович

Просмотров: 946

ТРУШКОВ Илья Фёдорович (25.7.1925, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Яңы Троицк а. — 4.1.1993, Обнинск ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1945). Полковник. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Урал хәрби-пехота училищеһын (Златоуст ҡ., 1944), офицерҙар составын камиллаштырыу курстарын (Мәскәү ҡ., 1953), “Выстрел” Юғары атыу‑тактика курстарын (Солнечногорск ҡ., 1962) тамамлаған. 3‑сө Спас‑Сергиев араҡы заводында эшләгән (Стәрлетамаҡ ҡ.). 1943 й. алып Совет армияһында. 1944 й. июненән 3‑сө Украина һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 2‑се гвардия танк армияһы 19‑сы механизацияланған бригадаһының пулемётсылар взводы командиры өлкән лейтенант Т. 1945 й. 22 апрелендә Вайсензее а. (Германия) янындағы алышта, 26 апрелдә Берлин ҡ. Шпрее й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1976) Обнинск ҡ. эшләй. Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ (икеһе лә — 1945), 1‑се  дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1956, 1958) ордендары менән бүләкләнгән. Т. исеме Стәрлетамаҡ ҡ. урамға бирелгән, Г.К.Жуков исемендәге скверҙа уға һәйкәл, Обнинск ҡ. ул йәшәгән йорт бинаһына һәм Златоуст ҡ. мемориаль комплекста мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған.

Ғ.Һ.Булатов, И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 06.09.2023