Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҪКЕ ШАХ, Йәрмәкәй р-нындағы ауыл

Просмотров: 969

ИҪКЕ ШАХ, Йәрмәкәй р-нындағы ауыл, Уҫман-Ташлы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 28 км һәм Туймазы т. юл ст. К. табан 32 км алыҫлыҡта Ҡыҙаш й. (Кама й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 921 кеше; 1920 — 1251; 1939 — 1261; 1959 — 1056; 1989 — 466; 2002 — 426; 2010 — 419 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1737 й. алып Шах исеме м‑н билдәле. 1742 й., 1771 й. керҙәшлек килешеүҙәре б‑са бында типтәрҙәр килеп урынлаша. Шулай уҡ Шуҡ исеме м‑н теркәлгән. 1865 й. 65 йортта 441 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, 1 бакалея һәм 2 мануфактура кибете, мөгәзәй иҫәпкә алынған. 19 б. уртаһында Яңы Шах бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала.

 Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: