ТИПТӘРҘӘР
ТИПТӘРҘӘР, 17—19 бб. Башҡортостандағы социаль төркөм. Яҙма сығанаҡтарҙа Т. тәүге тапҡыр 1725—26 йй. телгә алына (Көңгөр бургомистры Юхнев материалдары). “Типтәрҙәр” терминының килеп сығышын П.И.Рычков, В.Н.Витевский фарсы телендәге “дәфтәр” (яҙма, килешеү), Г.И.Комиссаров сыуаш телендәге “типтәр” (киртекле тамға), Ә.З.Әсфәндиәров башҡ. телендәге “тибеү”, “тибелеү” (ҡыҫырыҡлап, этеп сығарыу, ситкә ҡағылыу) һүҙҙәре м‑н бәйләй. Тикшеренеүселәрҙең күбеһе Т. — ҡатлам (Б.С.Дәүләтбаев, Р.Н.Рәхимов, У.Х.Рәхмәтуллин, Әсфәндиәров), башҡалары этник ҡатлам төркөмө (Р.Ғ.Кузеев, Д.М.Исхаҡов) итеп ҡарай. Т. керҙәштәрҙән ойошҡан, улар араһында тәүҙә ергә аҫабалыҡ хоҡуғын юғалтҡан башҡорттар (ҡара: Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы), һуңынан күскенселек хәрәкәте ваҡытында Урта Волга буйынан килгән мари, мордва, сыуаш, татар, удмурттар булған. Т. Ырымбур экспедицияһы (1734—44) тарафынан үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыуҙан һуң теркәлгән, 1747 й. уларҙы бобылдәр м‑н берләштергәндәр. 17 б. 30‑сы йй. алып Т. 40 тин яһаҡ түләгән [1747 й. бер ир‑атҡа йән башына 80 тин яһаҡ м‑н алмаштырылған; ҡара: Ихтилал (1747)], ш. уҡ бер ихатанан йылына 4 тин милек (өйгә, хужалыҡҡа), 5 тин ям һалымы биргән; ерҙәрен файҙаланған өсөн аҫаба башҡорттарға (ҡара: Аҫаба) оброк түләгән. Башҡорт ихтилалдарында (1735—40) ҡатнашҡан башҡорттарҙа керҙәш булып йөрөгән Т. бер өлөшө оброктан азат ителгән. 17 б. аҙ. — 18 б. Т. төрлө хеҙмәт йөкләмәләре үтәгән: Ырымбур ҡ. һәм Ырымбур сик һыҙығы ҡәлғәләрен, Өфө кремлен төҙөгән, Илек тоҙ промыслаларынан (ҡара: Тоҙ сығарыу кәсептәре) Ашҡаҙар һәм Ағиҙел йй. пристандәренә тоҙ ташыған (бер бот тоҙға 5—7 тин эш хаҡы түләнгән, ш. уҡ 1754 й. тиклем тоҙҙо бушлай алғандар) һ.б.
19 б. алып Т. аҙыҡ‑түлек капиталына (уңыш булмағанда тотоноуға аҡса һәм иген), полктарҙы, юлдарҙы, һыу бәйләнешен тотоуға, земство йөкләмәләрен башҡарыуға һалым һәм өҫтәмә аҡсалата йыйым артҡан. Идара итеүҙең кантон системаһы осоронда Т. йылына ир‑ат башынан — 2,24 һум, 1860 йй. 4,32 һум көмөш аҡса түләгән.
18 б. 30‑сы йй. алып Т. старшиналар етәкселегендәге командаларға бүленгән. 18 б. аҙ. типтәр полктары төҙөлгән, 1833 й. башлап Т. рекрут йөкләмәһен үтәгән. 1855 й. уларҙы Башҡ. ғәскәренә (ҡара: Башҡорт-мишәр ғәскәре) ҡушалар, һайлап ҡуйылған старшиналарҙы йорт старшиналары м‑н алыштыралар (старшиналар кантон башлыҡтарына, попечителдәргә буйһонған). Т. ҡатламы 1865 й., Башҡ. ғәскәрен таратҡандан һуң (ҡара: “Башҡорттар тураһында положение”), бөтөрөлгән. Т. граждандар ведомствоһына күсерелгән, халыҡ улустарға таратылған (улар ауыл йыйыны, староста идара иткән бер йәки бер нисә күрше ауыл халҡын берләштергән “ауыл йәмғиәттәре”нән торған).
18 б. аҙ. Т. этник составында яҡынса 40% татар, 38% мари, 18% удмурт, 4% башҡорт һәм мордва булған, һуңыраҡ Т. күбеһе был этностарға ингән, ҡалған өлөшө (Башҡортостандың төньяҡ һәм үҙәк райондары) элекке ҡатлам исемен һаҡлаған. 1897 й. (халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре б‑са) Ырымбур губернаһында —16877, Өфө губернаһында —39955, 1926 й. БАССР‑ҙа 23290 Т. теркәлгән, артабанғы халыҡ иҫәбен алыу кампанияларында улар башҡорт йәки татарҙар составына индерелгән.
Әҙәб.: Я к у п о в Р.И. Тептяри: историко-этнологические очерки. К проблеме генезиса этничности. М., 2001; Р а х и м о в Р.Н. История тептярских конных полков, 1790—1845. Уфа, 2008.
Р.И.Яҡупов
Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев