Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҪКЕ ЙӘНБӘК, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 643

ИҪКЕ ЙӘНБӘК, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Атъетәр а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 45 км һәм Дәүләкән т. юл ст. Көнс. табан 35 км алыҫлыҡта Өршәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 128 кеше; 1920 — 152; 1939 — 182; 1959 — 88; 1989 — 77; 2002 — 99; 2010 — 92 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Клуб бар.

Ауылға 18 б. уртаһында Нуғай даруғаһы Өршәк‑Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Йәнбәк (тәүге төпләнеүсе Йәнбәк Назаров исеменән) исеме м‑н нигеҙ һала. 1765 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында — башҡорттар, 1805 й. ш. уҡ шарттарҙа типтәрҙәр күсеп ултыра. 1795 й. 15 йортта 76 кеше йәшәгән, 1865 й. 49 йортта — 271 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 19 б. аҙ. Бәләбәй өйәҙенең Яңы Йәнбәк бүлендек ауылы (хәҙ. Дәүләкән р‑нының) барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1906 й. мөгәзәй теркәлгән. Б.И.Кинйәғолов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: